Мең ҡәүеме саҡыра!21.06.2017
Мең ҡәүеме саҡыра!25 июндә Мең ырыуы ерендә урынлашҡан Дәүләкән районының Соколовка ауылында мәсет төҙөү уңайынан хәйриә концерты уҙғарыла.
Был төбәктә йәшәгәндәр, сығыштары ошо яҡтан булғандар, мәсет һалыуға үҙ өлөшөн индерергә теләгәндәр, рәхим итегеҙ изге Рамаҙан айы тамамланған көндәрҙә ойошторолған сараға!
Ә инде 1 июлдә Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылында йолаға әйләнгән Мең ҡәүеме йыйыны уҙғарыла. Сараға Башҡортостан ерлегендәге генә түгел, күрше Татарстан төбәгендә көн иткән Мең ырыуы вәкилдәре лә саҡырылған. Рәхим итегеҙ йыллыҡ йыйынға!


Вернуться назад