“Көмөш Аҡбуҙат” көтә28.03.2017
Өфөлә 1 сентябргә тиклем IV “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара кинофестивалендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә.

Сара быйыл октябрҙә үтәсәк. Конкурс програм­маһында – тулы һәм ҡыҫҡа метражлы нәфис һәм документаль фильмдар. Уның барышында шу­лай уҡ ижади осрашыуҙар, танылған кино эшмәкәрҙәренең оҫталыҡ дәрестәре, Башҡорт киноһы көнө, фильмдарҙы конкурстан тыш күрһәтеү ойошторола.
“Көмөш Аҡбуҙат” кинофестиваленең төп маҡ­саты – донъя халыҡтарының рухи һәм мәҙәни ҡиммәттәрен, милли һәм этник йүнәлештәге фильм­дар төшөргән кинематографистарҙың ижадын танытыу.
Проект республика Хөкүмәте, Мәҙәниәт ми­нистр­лығы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте ярҙамы менән Башҡортостан Башлығының 4,5 миллион һумлыҡ грантына тормошҡа ашырыла.



Вернуться назад