Алданған өлөшсөләргә ярҙам21.12.2016
“Берҙәм Рәсәй” алданған өлөшсөләрҙән мөрәжәғәттәр ҡабул итеү өсөн “дольщики-ер.рф” онлайн-селтәрен ғәмәлгә индерҙе. Мәғлүмәт партияның үҙәк башҡарма комитетына тапшырыла. Ул мәсьәләләрҙе контролдә тотасаҡ, шулай уҡ төрлө инстанцияларға депутат һорауын ебәрәсәк. “Берҙәм Рәсәй”ҙең профилле төркөмө тиҫтә йыл инде өлөшсөләрҙең һәм вкладсыларҙың хоҡуғын яҡлау эшен алып бара. Ошо ваҡыт эсендә 1938 объектҡа бәйле проблемалар хәл ителгән, 195 567 өлөшсө торлаҡ менән тәьмин ителгән.
– Төҙөүселәр тарафынан үҙ йөкләмәләрен үтәмәү мәсьәләһе әле булһа әһәмиәтен юғалтмай. Бындай хәлдә яуаплы сәйәси көс булараҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһы ситтә ҡала алмай, мөмкин булған барлыҡ хоҡуҡи алымдарҙы файҙаланып, төбәк власына оҙайлы төҙөлөштәр мәсьәләһен яйға һалыуҙа булышлыҡ итә, – тине партияның өлөшсөләрҙең һәм вкладсыларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса эш төркөмө етәксеһе Александр Сидякин. – Беҙ алданған өлөшсөләр өсөн Интернет селтәрендә махсус хеҙмәтте ғәмәлгә индерҙек. Унда граждандар үҙҙәренең проблемалары менән мөрәжәғәт итә ала. Эш төркөмдәре төҙөүселәр бөлгөнлөк ғәмәлдәрен башлаған биләмәләрҙә күсмә кәңәшмәләр үткәрә. Дәүләт Думаһы депутаттары тейешле территорияларға нығытылып, хәлде даими контролдә тотасаҡ. Шулай уҡ илдең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы, Генераль прокуратура, Рәсәй Президентының федераль округтарҙағы тулы хоҡуҡлы вәкилдәре һәм башҡа дәүләт власы органдары менән бәйләнеште һәм хеҙмәттәшлекте яңы кимәлгә күтәреү күҙаллана.


Вернуться назад