Таныш булығыҙ: Башҡортостан14.12.2016
19-20 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан менән таныштырыу сараһы уҙғарыла. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге менән берлектә Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһендәге турис­тик индустрия вәкилдәренә республиканың туристик ҡеүәте хаҡында һөйләйәсәк.
Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә рес­публикалағы туриндустрия оҫтаханаһын ойоштороу, турис­тик-рекреация кластерҙары, тау саңғыһы курорттары, хәләл-маршрут, “Яңы йылды ҡаршылаған сихри Башҡортостан” проекты менән таныштырыу күҙаллана. “МЕТРО” галереяһында “Башҡортостан менән таныш” фотокүргәҙмәһе ойошторола. Фотографиялар Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллеге һәм Рәсәй Фоторәссамдар союзының республика бүлексәһе менән берлектә ойошторолған тауыш биреү барышында һайлап алынды. Күргәҙмәне асыу тантанаһында Башҡортостандың Милли халыҡ ҡоралдары оркестры һәм “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө сығыш яһаясаҡ.


Вернуться назад