Һорауың булһа, шылтырат!29.06.2016
2016 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың “ҡыҙыу элемтә”һе эшләй башланы. Иң күләмле статистик күҙәтеүҙәрҙең береһенә бәйле һорауҙарға яуапты 8 800 707 2016 номерына шылтыратып алырға мөмкин.

“Росстат” белгестәре ауыл хужалығы иҫәбен алыу барышын даими күҙәтә. Яңы асылған бәйләнеш үҙәге 15 авгусҡа тиклем Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем ялһыҙ эшләйәсәк. Рәсәй буйынса шылтыратыуҙар түләүһеҙ.
Был эштә “Росстат”ҡа “Ростелеком” булышлыҡ күрһәтә. “Ҡыҙыу элемтә”нең өҙлөкһөҙ хеҙмәтләндереүен Мәскәү, Кострома һәм Чебоксар ҡалаларындағы өс оператор үҙәге тәьмин итә.
Әйткәндәй, Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу 1 июлдән 15 авгусҡа тиклем уҙғарыла. Башҡортостанда 1,2 миллион объект иҫәпкә алынырға тейеш. Эшкә 2 меңдән ашыу кеше йәлеп ителә.


Вернуться назад