Танышлыҡ башлана ғына әле10.11.2011
Танышлыҡ башлана ғына әлеКисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Малайзия делегацияһы менән осрашты. Был ил вәкилдәре быйыл йәй республикала булып, эшлекле тәҡдим алып киткәйне. Икенсе осрашыуҙа яҡтар аныҡ эштәргә юл асырҙай һөйләшеү алып барҙы.
Рөстәм Зәки улы сәләмләү һүҙендә ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың социаль-иҡтисади хәле, Рәсәй Федерацияһында тотҡан урыны, хеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлектәр менән таныштырып китте. Ул әлегә ике ил араһындағы сауҙа әйләнеше бер миллион доллар самаһы булыуын, әммә уны бер нисә тапҡырға арттырыу өсөн шарттарҙың бихисаплығын билдәләне.
– Беҙ инвесторҙар менән эшләүгә ныҡлы иғтибар бүләбеҙ һәм айырыуса уңайлы шарттар булдырыуға ынтылабыҙ, – тип билдәләне Рөстәм Зәки улы. – Республика төрлө яҡлы хеҙмәттәшлеккә лә әҙер. Шуға артабанғы эштәребеҙҙең һөҙөмтәле булырына ышанам.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, төбәккә инвестиция йәлеп итеү әүҙем бара. Былтыр уның күрһәткесе 5 миллиард долларҙан ашыу булған. Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте Германия, Сауд Ғәрәбстаны,Япония, Көньяҡ Корея һәм башҡа илдәр йылдам үҫтерә.
Малайзияның Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Вәкиле Зайнол Абидин Омар менән ошо илдең Паханг штатының Баш министры Аднан бин Хаджи Якоб әфәнделәр яуап һүҙендә үҙҙәренең иле етәкселеге тарафынан тулы хоҡуҡлы вәкил итеп ебәрелеүҙәрен һәм хеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлектәр эҙләүҙәрен әйтте. Башҡортостанда Малайзияның эшлекле даирәләрен нефть, газ һәм химия тармағы, биотехнологиялар, медицина, техник яңылыҡ, аҙыҡ-түлек, авиация, гидроэнергетика турбиналары өлкәһе ҡыҙыҡһындыра.
Танышлыҡ һәм хеҙмәттәшлек башлана ғына әле. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡунаҡтарҙың республиканың барлыҡ мөмкинлектәре менән танышып өлгөрмәүен, Башҡортостан эшлекле даирәләренең Малайзияға саҡырылыуын иҫәпкә алғанда киләсәктә тығыҙ хеҙмәттәшлек ептәре бәйләнеренә ышаныс ҙур.

Валерий ҒӘЙНЕТДИНОВ


Вернуться назад