Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне.

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған тарихи көндө оҙаҡ көттөк, әҙерләндек, ә был байрам елдәй елеп үтте лә китте. Үҙе бер быуат? Юҡ, бер быуат ҡына түгел, ә биш быуатҡа яҡын башҡорт менән рус бергә ҡулға-ҡул тотоношоп дуҫ-татыу йәшәй.

Биш быуатҡа яҡын бергә!

– Бынан 100 йыл элек Башҡортостан Хөкүмәте менән Үҙәк Совет власы үҙ-ара тарихи Килешеү төҙөй. Шулай итеп, 1919 йылдың 23 марты тарих битенә Башҡорт Совет Республикаһының тыуған көнө тип инә. Ауыр граждандар һуғышы, аслыҡ һәм емереклек мәлендә был йәш советтар илен туплауҙа мөһим аҙым була. Бер быуат элек беҙҙең илдең федератив моделенә, уның милли-мәҙәни сәйәсәте формалашыуына нигеҙ һалына. Шуға ла был көндө бөтә ил байрамы тип ҡыйыу атайбыҙ.

Биш быуат элек Тамъян башҡорт ырыуының юлбашсыһы Шәғәле Шаҡман башҡорттарға халҡыбыҙҙың яҙмышын Рәсәй дәүләте менән бәйләргә тәҡдим итә. Шул ваҡыттан Башҡортостан Ватаныбыҙҙың таянысы булып тора, – тип Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та сығышын ошо тарихи хәҡиҡәттән башланы.
Тарихи Килешеүгә 1919 йылдың 20 мартында ҡул ҡуйыла, ә 23 мартта был документ “Известия ВЦИК” гәзитендә баҫылып сыға.

Иң-иңдәр йыйылғанда

Юбилей тантаналарының иң мөһим өлөшө “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙҙы. Республикабыҙҙың хеҙмәт алдынғылары, абруйлы шәхестәр, депутаттар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре – һәммәһе лә саҡырылғайны был сараға. Улар оҙаҡ йылдар бергә ҡулға-ҡул тотоношоп, Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси, иҡтисади үҫеше өсөн күпте эшләгән кешеләр ине. Шуғалыр ҙа бында дуҫлыҡ мөхите хөкөм итте, бер-береһе менән ҡосаҡлашып күре­шеүҙәр, ҡотлашыуҙар, шатлыҡлы аралашыуҙар ошо хаҡта һөйләне. Сараға төрлө милләт вәкилдәре саҡырылғайны. Уларҙың да һәр ҡайһыһы төбәк халҡына ихлас теләктәрен еткерергә ашыҡты.

Ғорурланып күрһәтер байлығыбыҙ бар

Фойела республиканың ҡаҙаныш­тарын сағылдырған махсус күргәҙмә ойошторолдо. Ул төбәгебеҙҙең быуаттар төпкөлөнән бөгөнгөһөнә тиклемге бай тарихын һынландырған фотоларҙы, картиналарҙы, арт-объекттарҙы үҙ эсенә туплағайны. Шулай уҡ ҡунаҡтарҙа унда ҡуйылған “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни комплексының макеты ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

“Башҡортостан” концерт залында почта маркаларына һәм конверттарына “Башҡортостан Республика­һына – 100 йыл” тигән махсус мисәт һуғыу тантанаһы ла үтте. Унда Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашты.

Мәртәбәле ҡунаҡтар сармат алтыны күргәҙмәһе менән дә танышты. Экспонаттарҙың бер өлөшө һаҡ аҫтында бер көнгә “Башҡортостан” дәүләт концерт залына килтерел­гәйне.

Сара барышында Радий Хәбиров Валентина Матвиенкоға милли проект­тарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә алдағы йылдарҙа төбәкте үҫтереү пландары хаҡында һөйләне.

Еңеүсе булып ҡалығыҙ!

Юбилей айҡанлы уҙғарылған тантаналы йыйылышта тәбрикләү һүҙе менән Рәсәй Федераль Йыйылы­шының Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко, Рәсәй Пре­зидентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров сығыш яһаны. Игорь Комаров ил Президенты Владимир Путиндың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе.

– Башҡортостандың бер быуат­лыҡ оло юбилейы бөтә ил өсөн баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. Нәҡ ошондай федератив ҡоролош илебеҙҙең ныҡлы нигеҙен тәьмин итә, үҙ-ара татыулыҡты, именлекте тотороҡло һаҡлауға булышлыҡ ҡыла, – тине Валентина Ивановна.

Башҡортостандың оло юбилейы уңайынан республика халҡын тәбрикләргә Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов, Удмурт Рес­публикаһы етәксеһе Александр Бречалов, Һамар өлкәһе губернаторы Дмитрий Азаров, Свердловск өлкәһе губернаторы Евгений Куйвашев килде.
Рөстәм Миңлеханов:
– Башҡортостандың киләсәктә лә гөрләп торорона, беҙҙең халыҡтар­ҙың татыу йәшәренә ышанам, – тине.

Евгений Куйвашев иһә “Салауат Юлаев” командаһын еңеү менән ҡотлап, һәр йәһәттән еңеүсе булып ҡалыуыбыҙҙы теләне.
Ғөмүмән, барлыҡ ҡунаҡтар ҙа республикаға яҡты киләсәк, бергә-бергә татыу йәшәү теләген еткерҙе.

Алға, Башҡортостан!

Башҡортостан Башлығы вазифа­һын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тантаналы йыйылыштағы сығышында бер быуатлыҡ тарихҡа ҡыҫҡаса байҡау яһап, төбәгебеҙҙең илдәге тәүге автономиялы республика, элек-электән дәүләттең ныҡлы терәктәренең береһе булыуын билдәләне.
– Тотош илебеҙ өсөн уртаҡ байрам бөгөн. Башҡортостандың күп быуын вәкилдәре башҡа ватандаштары менән бер рәттән Тыуған илебеҙҙе дошмандан һаҡлаған, ҙур төҙөлөштәрҙә хеҙмәт иткән, ҡалаларҙы, ауылдарҙы тергеҙгән, фабрика-заводтарға нигеҙ һалған. Яҡташтарыбыҙҙың хәрби батырлыҡ­тарын онотмайбыҙ, улар араһында 278 Советтар Союзы Геройы бар.

Хеҙмәтсән халҡыбыҙҙың көсө менән аграр төбәктән сәнәғәт тармағы үҫешкән алдынғы респуб­ликаларҙың береһенә әүерелдек, – тине ул.
Радий Фәрит улы, ошондай хеҙмәт кешеләренең ышанысы аҡланырға, еребеҙ йәмлерәк була барырға, ул киләсәк быуындарға ҡеүәтле, көслө итеп ҡалдырылырға тейеш, тигән фекерҙәр әйтте.

– Бөгөн беҙ үткән йөҙ йыллыҡҡа рәхмәт әйтәбеҙ һәм яңы дәүергә аяҡ баҫабыҙ. Уның республика һәм уртаҡ йортобоҙ Рәсәй өсөн “алтын быуат” булырына ихлас ышанабыҙ, – тине төбәк етәксеһе.

Радий Хәбиров республика хал­ҡын үткәндәрҙе хөрмәтләп, уларҙан һабаҡ алып, киләсәккә ышаныс менән ҡарап, яңы үрҙәргә ынтылып йәшәргә саҡырҙы. Шулай уҡ ул үҙенең һәм командаһының Башҡортостандың ҡеүәтен арттырыу өсөн барыһын да эшләйәсәген белдерҙе.

– Иң мөһиме – республикабыҙ йәмле, уңайлы булһын, халҡыбыҙ Башҡортостанда ғүмер иткәне менән ғорурланһын һәм һәр кем “Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” тигән принцип менән йәшәһен. Беҙгә республиканың икенсе йөҙ йыллы­ғының тәүге биттәрен яҙыу бәхете тейҙе. Уға башыбыҙҙы ғорур күтәреп, таҙа күңел, изге уй-теләктәр менән аяҡ баҫабыҙ. Алға, Башҡортостан! – тип тамамланы һүҙен Радий Фәрит улы.

“Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!”

Республика етәксеһе юбилей тантанаһында тел һәм милләттәр мәсьәләһенә ҡағылышлы фекерҙә­рен дә әйтте.

– Башҡортостанда башҡорт телен, мәҙәниәтен һаҡлау өсөн барыһы ла эшләнәсәк. Шулай уҡ күп милләтле республикабыҙҙағы башҡа халыҡтар­ҙың теле, мәҙәниәте өсөн дә. Башҡортостандан сыҡҡан һәм әле икенсе төбәктә, бүтән илдә йәшәгән яҡташтарыбыҙға ла ярҙам итәсәкбеҙ.

Тиҫтә йылдарҙан һуң беҙҙең ҡала-ауылдарҙа балалар башҡорт, татар, сыуаш, мари, мордва һәм республика халыҡтарының башҡа телдәрендә һөйләшһә, мин үҙемде бәхетле тоясаҡмын.

Әлбиттә, киләсәктә донъяның ниндәй булырын белмәйбеҙ, әммә шуға ныҡлы ышанабыҙ: беҙҙең күп милләтле халҡыбыҙ бөгөнгөләй ҡаласаҡ – тыйнаҡ, егәрле, эскерһеҙ, дуҫлаша белгән, “Беҙ үҙебеҙҙе­келәрҙе ташламайбыҙ!” тигән принцип буйынса йәшәгән кешеләр булып, – тине Радий Хәбиров.

Сәхнә аша тотош дәүер үтте

Бай мәҙәниәте һәм сәнғәте менән дан тотҡан республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған концерт бик көслө, сағыу, тулҡынландырғыс сығыштарҙан торҙо. Унда һәүәҫкәр артистарҙан башлап бар донъяла танылыу яулаған Асҡар Абдразаҡов, Роберт Юлдашев кеүек арҙаҡлы моң эйәләренә тиклем бихисап сәхнә оҫтаһы ҡатнашты.

Концертты “Зәңгәр ҡош” проектында финалға сыҡҡан йәш яҡташыбыҙ Ләйсән Золотарева башлап ебәрҙе. Башҡорт милли симфоник оркестры, Милли халыҡ ҡоралдары оркестры, Дәүләт академия хор капеллаһы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбл­дәре, “Ҡурайсы”, “Арғымаҡ” төркөм­дәре һәм башҡалар тамашасыларҙы дәрт-дарман ташып торған, рухлы сығыштары менән ҡыуандырҙы.

Сәхнә аша тотош бер дәүер үтте кеүек. Тамашаның Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Башҡорт­остан 24” каналы тарафынан тура эфирға сығарылыуы ла мөһим, әһәмиәтле булды. Гүйә, барлыҡ республика халҡы бергә быуат тулҡы­нында бәүелде.

Зөфәр ЙӘНЕКӘЕВ, Башҡортостандың Конституция суды рәйесе:
– Башҡортостан Республикаһы 1917 йылда уҡ барлыҡҡа килгән һәм уның ағзалары булып йәштәр торған. Уларҙың ҡабул иткән ҡарарҙарын ҡарап, документтарын хоҡуҡи яҡтан тикшереп, ысын мәғәнәһендә, беҙҙең йәштәр, ата-бабалар дәүләт төҙөүгә өлгәшкән, алдан күрә белгән, тип һығымта яһай алабыҙ.

Марат МУЛЛАҒӘЛӘМОВ, Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт ветераны:
– Бөгөн беҙҙең башҡорт халҡының бик ҙур байрамы. Ысынлап әйткәндә, Баш­ҡорт­остан икенсе республикаларға юл һалды. Төбәгебеҙ бай. Уны үҫтереүгә халҡыбыҙ күп көс һалды. Яңы етәксе ошо хаҡта онотмаһын, шул эште дауам итһен.

Радил МӨХӘМӘТДИНОВ, дәүләт эшмә­кәре, ғалим:
– Әгәр революция булмаһа, беҙҙең республиканың да дәүләтселеге булмаҫ ине. Ихтилал арҡаһында башҡорттар кеүек халыҡтар ҡалҡып сыҡты. Револю­цияға тиклем беҙҙә институттар ҙа булмай, иғтибар ҙа әҙ бүленә. Беҙҙе бары яугирҙәр итеп кенә ҡабул иткәндәр. Революция арҡаһында мин дә уңыштарға өлгәштем. Пионер, комсомол, партия кеүек ойошмалар бик күпте эшләне, уларҙың хеҙмәтен оноторға ярамай.

Сапармурат ШАНГЛИЕВ, Башҡорт­остандағы Төркмән үҙәге етәксеһе:
– Бер быуатлыҡ юбилейығыҙ уңайынан ысын күңелдән ҡотлайым. Башҡорт менән төркмән араһындағы дуҫлыҡ тамырҙары бик тәрәндә. Был күркәм мөнәсәбәт бер ваҡытта ла һүнмәһен, йылдар үткән һайын нығына ғына барһын.

Рәшиҙә СОЛТАНОВА, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе:
– Бына ошо юбилей сараларында йөҙ йыл элек эш нисек башланған һәм унда кемдәр ҡатнашҡанын күберәк күрһәтергә кәрәк ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фильмдан башҡа ерҙә былар сағылманы. Минең атайым 23 йәшендә Ҡаҙаҡҡол улысы башҡарма комитеты етәксеһе була. Инәйем – беренсе комсомолка. Муса Мортазин – инәйемдең ике туған ағаһы.

Ошо йөҙ йыллыҡта тарихта эҙләнеп, быға тиклем билдәһеҙ ҡалған шәхестәрҙе табып, уларҙың эштәрен йәмәғәтселек иғтибарына сығарырға кәрәк әле.

Булат ЙОСОПОВ, “Беренсе Республика” фильмы режиссеры:

– Ете сериялы фильм уйланыҡ, унда һәр бер геройға бер серия арналған ине: Шәйехзада Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина һәм башҡалар. Финанс яҡтан ауырлыҡ килеп сыҡҡас, беренсе серияны Бабичҡа арнаныҡ, ә ҡалғандарын бер өлөшкә берләштәрҙек. Тарихтың был биттәрен дә халыҡ белергә, республиканы төҙөгән кешеләрҙе онотмаҫҡа, улар арҡаһында бөгөн бар булғаныбыҙҙы аңларға тейеш.

Киләсәккә лә тарихи шәхестәребеҙҙең исемен кинематография аша таратыу эшен дауам итеү уйы бар, сөнки улар архив документтарында, китаптарҙа ғына һаҡланырға тейеш түгел.

Беҙ 100 йыллыҡ юбилейға халҡыбыҙға бүләк эшләнек, сөнки бөтәһе лә байрам тантанаһына эләгә алмай, ә фильм республиканың төрлө мөйөштәрендә күрһәтелә.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 289

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 972

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 433

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 443

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 953

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 092

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 452

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 300

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 280

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 427

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 160

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Бөгөн Өфөгә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе, Рәсәй Президенты...

Тотош уҡырға 1 176