Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңылыҡтар теҙмәһе - 24 август
Яңылыҡтар теҙмәһе - 24 август

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев “Берҙәм Рәсәй” партияһы Генераль советының һәм партия фракцияһы етәкселәре Советының берлектәге ултырышында ҡатнашҡайны. Унда пенсия системаһын камиллаштырыуға ҡағылышлы тәҡдимдәр тикшерелде.

– Ултырышта, Рәсәй Конституцияһы тарафынан гарантияланған дәүләт пенсия тәьминәтен ғәмәлдән сығарыу тураһында бер ниндәй ҙә дискуссия булманы һәм булыуы мөмкин дә түгел, тип айырып билдәләнде, – тине Константин Толкачев. – Унда киләсәктә системалаштырып, берҙәм документҡа, атап әйткәндә, “Пенсия кодексы”на берләштереү күҙалланған закон сығарыу башланғыстары тураһында һүҙ барҙы.
Әүәлгесә һалым ташламаларын, айлыҡ аҡсалата түләүҙәрҙе, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре, йәмәғәт транспортында йөрөү, дарыуҙар һатып алыу өсөн компенсацияны ир-егеттәргә – 60, ҡатын-ҡыҙҙарға иһә 55 йәш тулғас бирергә, башҡа ярҙам сараларын да ошо йәштән күрһәтергә тәҡдим ителә. Пенсия йәшенә етеп килгән хеҙмәткәрҙәр өҫтәмә түләүле отпуск алыу, йыл һайын бушлай диспансеризация үтеү мөмкинлегенә эйә булыуы ла ихтимал.
Константин Толкачев әйтеүенсә, ошо тәҡдимдәр менән партия Рәсәй Президенты Владимир Путинға мөрәжәғәт итергә ниәтләй.


Торлаҡ
тәьминәте арта


Былтырғы йомғаҡтарға ҡарағанда, Башҡортостанда бер кешене торлаҡ менән тәьмин итеү 24,8 квадрат метрҙан 25,4 квадрат метрға тиклем артҡан. Был турала республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Григорий Невоструев хәбәр итте.

Былтыр Башҡортостанда 2,46 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, шуларҙың 1,45 миллион квадрат метры тиерлек – муниципаль райондарҙа, 1,01 миллион квадрат метры – ҡала округтарында. Был күрһәткес буйынса төбәк Волга буйы федераль округында беренсе урынды яуланы. 2018 йылдың тәүге яртыһында 870 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Торлаҡты сафҡа индереү күләме быйыл да былтырғы кимәлдә буласаҡ, тип күҙаллана.


Борсолорға
урын юҡ


22 августа “Өфө” аэропортынан Сочиға осҡан самолет, һул двигателендә янғын сығыу сәбәпле, кире әйләнеп ҡайта.

Был хәл Өфө ваҡыты менән таңғы сәғәт 5-тәрҙә була. Самолет бортындағы 202 пассажирҙың барыһы ла эвакуациялана. Бәхеткә күрә, берәүгә лә зыян килмәгән. Асыҡланыуынса, һауа судноһы “Ред Вингс” авиакомпанияһыныҡы булып сыҡҡан.
“Өфө” аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле судноға осоуға рөхсәт бирелмәй, тикшереү үткәрелә.


“Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра”

Башҡортостанда “Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра” төбәк башҡорт халыҡ тарихи йыры фестивале уҙғарыла.

Фестивалде Стәрлетамаҡ район мәҙәниәт һарайы ойоштора. Сара 19 сентябрҙә Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында үтә. Ҡатнашыусыларҙың сығыштары “Башҡорт халыҡ тарихи йыры”, “Биҙәү-ҡулланма сәнғәте” кеүек номинацияларҙа баһалана.
Ҡатнашыуға ғаризалар 12 сентябргә тиклем электрон адресына ҡабул ителә. Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефондар: 8 (3473) 26-73-78, 8-917-809-30-33. Сайт: http://str-rdk.ru, төркөм: https://vk.com/rdk_str.

Һайлауҙан һуң
эш тәртибе


9 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлайбыҙ. Республика Конституцияһына ярашлы, алтынсы саҡырылыш парламенты һайланғандан һуң утыҙынсы көнгә тәүге пленар ултырышҡа йыйылырға тейеш.

Республика Башлығы ултырышты алдараҡ та саҡырыуы мөмкин. Яңы депутаттарҙың эше, ҡағиҙә булараҡ, һайланғас та башлана. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев яңы саҡырылыш парламентының беренсе пленар ултырышына әҙерлектең үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне.
– Яңы парламенттың тәүге эш көндәре менән бәйле ғәмәлдәр “Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тураһында”ғы Законда, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Регламентында һәм башҡа норматив документтарҙа билдәләнә, – тине ул. – Тәүге пленар ултырышҡа әҙерләнеү – иң мөһим сараларҙың береһе. Ул бөтә саҡырылыш эшенә этәргес бирәсәк. Әҙерлек депутаттарҙың йыйылыштарынан, депутат мандаты алған сәйәси партиялар лидерҙары менән осрашыуҙарҙан башлана. Йыйылыштарҙа парламент фракциялары, депутат төркөмдәре төҙөлә, тәүге ултырышты үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ағзалығына кандидатуралар тикшерелә.
Беренсе тапҡыр депутаттар кәңәшмәгә тулы составта йыйыласаҡ. Унда тәүге пленар ултырышҡа әҙерләнеү йәһәтенән ойоштороу комитеты төҙөлә. Уның составына 11 кеше, шул иҫәптән рәйес инә. Ойоштороу комитетында парламентҡа үткән барлыҡ сәйәси партиялар депутат мандаттары һанына ярашлы урын аласаҡ.

“Иҙел башы” Ҡатай йәштәрен йыйҙы

VII “Иҙел башы” этнофорумы нигеҙендә Белорет районында “Ҡатай ырыуы йәштәренең йыйыны” уҙғарылды. Байрамға Башҡортостандан ғына түгел, шулай уҡ Магнитогорскиҙан, Пермдән һәм Ҡазандан ырыу вәкилдәре йыйылды.

Сараға Башҡортостан мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Белорет районы хакимиәте башлы­ғының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, райондың Егәҙе ауыл советы башлығы Ринат Яңыбаев килгәйне.
Йыйында “Ҡатай мәргән уҡсыһы”, “Йәш Ҡатай”, “Йәш Ҡатай ғаиләһе”, “Ҡатайбикә”, “Ҡатай асышы” бәйгеләре тәүге тапҡыр ойошторолдо. Ҡатнашыусыларҙы абруйлы жюри баһаланы.
Эш йомғаҡтары буйынса баһалама комиссияһы “Ҡатай һылыуы” бәйгеһенең төп бүләген Ботай ауылынан Зөлфиә Сәғәҙәтоваға бирергә ҡарар итте. “Ҡатай көрәше” конкурсында беренсе урынды Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Винарис Вәлиев, “Таш күтәреү”ҙә – Мәхмүттән Рим Вәлиуллин, “Ҡатай мәргән уҡсыһы” бәйгеһендә – Ҡыйғы районынан Айзилә Мәхмүтова, “Ҡатай асышы”нда – Белорет райо­нынан Илнар Ғәниев, “Йәш Ҡатай ғаиләһе” конкурсында – Ҡыйғы районынан Лоҡмановтар һәм Өфө ҡалаһынан Хызыровтар ғаиләләре, “Йәш Ҡатай” бәйгеһендә Белорет ҡалаһынан Наҙгөл Мөхәмәтдинова яуланы. Шулай уҡ бәйгелә махсус бүләктәр ҙә тапшырылды.
Байрамда халыҡ кәсептәре әйберҙәренең йәрминкә-сауҙаһы ла ойошторолдо. Ижади коллективтарҙың, сәнғәт, мәҙәниәт оҫталарының, талантлы йәштәрҙең сығышы сараға йәм өҫтәне. Ҡунаҡтар һәм конкурсанттар Белорет тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, үҙәк ҡала китапханаһы күргәҙмәһе менән танышты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 148

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 930

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 392

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 078

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 436

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 284

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 265

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 412

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 140

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 369

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Бөгөн Өфөгә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе, Рәсәй Президенты...

Тотош уҡырға 1 159

Нимә ул газон?

Нимә ул газон? 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика парламенты депутаттары газондарҙа, сәскәлектәрҙә, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында...

Тотош уҡырға 1 128