Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡабул итеү башланды
Ҡабул итеү башланды29 июлдә Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары ҡабул итеү тураһында тәүге бойороҡтарҙы баҫтырып сығарҙы. Берҙәм календарға ярашлы, маҡсатлы йүнәлтмә буйынса килгән абитуриенттар, шулай уҡ айырым хоҡуҡҡа эйә булғандар (инвалидтар, етемдәр), һынауһыҙ уҡырға алынған уҡыусылар, олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары студент булды.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында 9 229 пакет документ ҡабул иткәндәр. Иң ҙур конкурс художество-графика һәм социаль-гуманитар факультеттарҙа: уларҙа дизайн, “Мөхит дизайны, график дизайн”, “Иҡтисад һәм идара итеү” йүнәлештәре буйынса бер урынға 22 кеше дәғүә итә. Артабан Филологик белем биреү һәм мәҙәни-ара коммуникациялар, Тарихи һәм хоҡуҡи белем биреү институттары, тәбиғәт-география факультеты килә.
Бөгөн БДПУ-ла 130 белем биреү программаһы тормошҡа ашырыла. Быйыл бюджет урындары былтырғы менән сағыштырғанда 66-ға артҡан. Федераль ҡаҙна иҫәбенә 1 699 урын бүленгән. Мәғлүм булыуынса, Башҡорт дәүләт педагогия университеты – республикала педагогик магистратураны ғәмәлгә ашырған берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Унда уңышлы алып барылған онлайн-магистратура һәр урында һәм уңайлы ваҡытта белем алыу мөмкинлеген бирә.
Юғары уҡыу йорттарына конкурс буйынса һайлап алыуҙың киләһе этабы 3 авгусҡа тәғәйенләнгән. Был көндә булған бюджет урындарының 80 проценты бүленә. Беренсе этапта ҡатнашыу өсөн бөгөндән дә һуңға ҡалмайынса ҡабул итеү комиссияһына аттестаттың төп нөсхәһен һәм уҡырға алыныуға яҙма ризалыҡ тапшырырға кәрәк. Урындарҙың ҡалған 20 проценты 8 августа икенсе этапта бүленә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 147

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 927

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 392

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 078

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 435

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 283

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 263

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 412

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 139

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 368

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Бөгөн Өфөгә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе, Рәсәй Президенты...

Тотош уҡырға 1 158

Нимә ул газон?

Нимә ул газон? 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика парламенты депутаттары газондарҙа, сәскәлектәрҙә, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында...

Тотош уҡырға 1 127