Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мостай. Бер ҡасан да булмаған интервью”
“Мостай. Бер ҡасан да булмаған интервью”Мәскәүҙә “Ҡыҙыл майҙан” Бөтә Рәсәй китап фестивале сиктәрендә “Мостай. Бер ҡасан да булмаған интервью” китабының исем туйы үтте. Баҫма Башҡортостандың халыҡ шағиры, мәшһүр башҡорт яҙыусыһы, драматургы, йәмәғәт эшмәкәре Мос­тай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу алдынан донъя күрҙе. Китапты Мостай Кәрим исемендәге фонд ярҙамында “Инеш” нәшриәте сығарҙы.

Үҙенсәлекле китапта автор, әйтер­һең дә, уҡыусы менән тормош, Тыу­ған ил, күңел, мөхәббәт һәм дуҫлыҡ хаҡында әкрен генә фәлсәфәүи һөйләшеү алып бара. Уны төҙөүселәр Алексей Фенин менән Гөлнара Белозерова, Мостай Кәримдең ижадын өйрәнеп, прозаһынан, шиғырҙарынан, хәтирәләренән бөтә ил тормошо юҫығында шағирҙың яҙмышын, заманса нәфис әҙәбиәттә уны сағыу, тәрән һәм үҙенсәлекле күренеш булараҡ күҙаллау мөмкинлеген биргән өҙөктәрҙе һайлап алған.
“Мостай. Бер ҡасан да булмаған интервью”– Был, һис шикһеҙ, уникаль баҫма, сөнки Мостайҙың һүҙе, көндәлектәре, шиғриәте аша беҙ уның күңел түрендәге уй-фекерҙәре менән танышабыҙ. Китап мәшһүр яҙыусы, фронтовик, бай һәм ҡатмарлы яҙ­мышҡа, бойондороҡһоҙ фекерләүгә, юғары гражданлыҡ тойғоһона эйә булған шәхес – Мостай олатайыбыҙға ҙур ихтирам һәм оло һөйөү менән нәшерләнде, – тине М. Кәрим исемендәге фондтың ойоштороу­сыһы, шағирҙың ейәне Тимербулат Кәримов.
Китаптың исем туйы Рәсәйҙең баш ҡалаһы үҙәгендәге төп майҙан­дағы 16-сы павильонда үткәрелде. Сара илдең мәҙәниәт министры Владимир Мединскийҙың ҡотлауын уҡып ишеттереүҙән башланды. Унда шулай уҡ Мостай Кәримде шәхсән белгән, баҫманы сығарыуҙа ҡат­нашҡан кешеләр сығыш яһаны.
Әйткәндәй, бүләк форматындағы китап сағыу итеп биҙәлгән, текстарға шағирҙың шәхси һәм республиканың танылған фотографтары архивынан фотолар бирелгән. Баҫма Рәсәйҙең китап нәшер итеүселәре ассоциа­цияһының “Иң яҡшы йыл китаптары-2017” конкурсына тәҡдим ителгәй­не. Бәйге йомғаҡтары буйынса ул “Классик нәфис әҙәбиәттең иң яҡшы баҫмаһы” номинацияһында дәғүә­селәр исемлегенә инде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 309

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 991

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 462

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 464

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 965

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 097

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 457

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 309

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 283

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 443

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 170

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 392