Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дуҫлыҡ күперҙәре нығына
Дуҫлыҡ күперҙәре нығынаБашҡортостанда Татарстан башҡорттары мәҙәниәте көндәре уҙҙы. Татарстан делегацияһы “Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә башҡорттар: тарих, хәҙерге заман” тигән “түңәрәк өҫтәл” эшендә ҡатнашты, баш ҡалабыҙҙағы Милли музейҙа, Бал йортонда, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында, Салауат Юлаев майҙанында булды, милли батырыбыҙ һәйкәленә сәскә һалды.


Кис Өфөләге М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә гала-концерт булды. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сараға йыйылған халыҡты төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән тәбрикләне, ҡунаҡтарға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
— Проекттың мөһим бурысы – башҡорт этносына иғтибарҙы йәлеп итеү, этник мәҙәниәтте киңәйтеү, баш­ҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәре менән дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытыу, – тине Әминә Ивний ҡыҙы.
Был көндө драма театры сәхнәһендә яңғыраған баш­ҡорт йырҙары, күрһәтелгән сағыу бейеүҙәр, халҡыбыҙҙың йолалары барыһының да күңеленә хуш килде. Татарстан Республикаһы башҡорттары ҡоролтайы советы рәйесе Ғәле Хәсәнов Ханты-Манси автономиялы округы – ЮГРА башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рә­йе­се Рәүҙәт Ҡолманбәтовҡа символик штандарт тапшырҙы.
Ошо этномәҙәни акция нигеҙендә 2007 йылдан башлап Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләре һәм Пермь крайы башҡорттары мәҙә­ниәте көн­дәре даими үткәрелде. Киләһе йыл бындай сарала Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары ла ҡатнаша.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 309

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 991

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 462

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 464

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 966

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 097

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 457

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 309

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 283

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 443

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 171

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 392