Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңы ҡорамал сафҡа инде
Яңы ҡорамал сафҡа индеБелорет металлургия комбинатының юғары ныҡлыҡтағы сым етештереү цехында модернизациялау эштәре тамамланды. Сафҡа индерелгән яңы экологик ҡорамал, производстволағы бөгөнгө көн талаптарына яуап бирмәгән иҫке ысулды алмаштырып, сымды кислотаһыҙ етештереү мөмкинлеген бирҙе.

Заманса технологияларға күсеү проекты өс йыл элек Тәбиғәттән файҙа­ланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт менән БР Хөкүмәте араһындағы килешеү сиктәрендә тормошҡа ашырыла башлай. Инвестиция күләме 200 мең һум тирәһе тәшкил итә. Яңы ҡоролманы комбинат хеҙмәткәрҙәре Италия белгестәре ярҙамында үҙләштерә.
Быға тиклем сымды туттан таҙартыу кислота менән ашатыу ярҙамында башҡарылған, цехтағы ванналар аша ай һайын йөҙ тонна самаһы кислота үткән, зарарлы еҫтән һаҡланыу маҡсатында хеҙмәткәрҙәр маска кейеп эшләргә мәжбүр булған. Хәҙер был эш химия ҡулланмайынса ғына механик рәүештә үтәләсәк. Атап әйткәндә, таҙартыу процесында катанка һүтеү ҡоролмаһынан махсус роликтарға килә һәм бөгөлөү иҫәбенә эре тутыҡтар бөтөрөлә. Ә вағыраҡтары металлик мамыҡ ярҙамында артабанғы таҙартыуҙа юҡҡа сыға. Был процесс цехтың ташландыҡ һыуҙары күләмен һигеҙ тапҡырға – тәүлегенә 2400 куб. метрҙан 300 куб. метрға тиклем кәметеү мөмкинлеген бирәсәк.
Яңы ҡорамалды сафҡа индереү алдынан цехта ныҡлы әҙерлек эштәре алып барыла. Кислота менән эш итеү бүлексәһе ябыла, яңы һыу йыйыу насос станцияһы һәм экологик нормативтарға яуап биргән һыу таҙартыу буйынса ҡорамалдар комплексы урынлаштырыла, сым һуҙыу станы реконструкциялана.
Белорет металлургия комбинаты хеҙ­мәткәрҙәренең шатлығын уртаҡла­шырға мәртәбәле ҡунаҡтар килде, мөһим ваҡиға айҡанлы митинг та ойошторолдо.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-ми­нистры Рөстәм Мәрҙәнов, “Мечел” акционерҙар йәмғиә­тенең генераль директоры Олег Коржов, Белорет металлургия комбинатының генераль директоры Виктор Камелин, Тәбиғәттән фай­ҙа­ланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса фе­дераль хеҙмәттең БР идаралығы етәксеһе Юрий Дудников һәм муниципаль район хакимиәте башлығы Владис­лав Миронов, яңы сәнәғәт линияларын сафҡа ебәреп, символик төймәгә баҫты.
— Комбинатта ғәмәлгә индерелгән ыңғай үҙгәрештәр Белорет ҡалаһы өсөн генә түгел, бөтә республика өсөн дә әһәмиәтле ваҡиға. Предприя­тиеның яңы технологияларға күсеүе Башҡортос­тандың төп һыу артерияһы Ағиҙелдең экологик торошон яҡшыртасаҡ, — тине Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов.
— “Мечел” төркөмө экология өлкәһендә уңайлы технологияларға күсеү стратегияһын тормошҡа ашыра. Белорет металлургия комбинатының кислотаны файҙаланыуҙан баш тартыуы һәм тутыҡ ватҡыстары индереүе – был йүнәлештә башҡарылған мөһим аҙым, — тип билдәләне “Мечел” йәмғиәте етәксеһе Олег Коржов.
Ул шулай уҡ предприятиела экологик модерни­зациялауҙың артабан да дауам ителәсәге, ошондай уҡ технология­ларҙың башҡа ҡорос-сым цехтарында ла урынлаштырыласағы тураһында белдерҙе. Был иһә комбинатҡа экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса тағы ла сифатлыраҡ кимәлгә сығырға ярҙам итәсәк.
Римма РӘМИЛЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 309

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 991

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 462

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 464

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 966

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 097

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 457

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 309

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 283

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 443

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 170

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 392