Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Лайыҡлылар билдәләнәсәк
5 мартта баш ҡалала “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” II республика конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ. Йәмәғәтселек тормошондағы күркәм ваҡиға алдынан уны ойоштороусылар бәйгенең үҙенсәлектәре менән таныштырып үтте.

Абруйлы бәйгелә ҡатнашырға республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәүсе 200-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ теләк белдергән. Улар ун номинация буйынса баһаланасаҡ, булдыҡлы, уңған гүзәл заттар араһынан “иң-иң”дәр билдәләнәсәк. Атап әйткәндә, номинацияларға тәҡдим ителеүселәр араһында – мәҙәниәт, фән, мәғариф өлкәләрендә уңыш ҡаҙаныусылар; уңған әсәләр; эшҡыуар ҡатындар; йәмәғәтселек тормошонда әүҙем ҡатнашыусы оло һәм йәш быуын вәкилдәре; йәшәйеше менән күптәргә өлгө булып тороусылар.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, бәйгелә Башҡортостандың гүзәл заттарынан тыш, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары вәкилдәре, шулай уҡ Берләштерелгән Ғәрәп Әмирлектәрендә йәшәгән ҡатын-ҡыҙ ҙа ҡатнашҡан. Улар араһында төрлө йәштәге төрлө милләт вәкилдәре, күп балалы әсәләр, һәммә һөнәр эйәләре бар. Жюриға, әлбиттә, лайыҡлылар араһында лайыҡлыларҙы һайлап алыу еңелдән булмаған.
Еңеүселәрҙе билдәләү тантанаһы 5 мартта, Профсоюздар йортонда уҙасаҡ. Гүзәл заттарға билдәле ювелир компанияларының биҙәүестәре һәм башҡа затлы бүләктәр тапшырыласаҡ, фойела этнобиҙәүестәрҙең күргәҙмә-йәрминкәһе ойоштороласаҡ.
Байрам үтеү менән Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы ағзалары яҙға планлаш­ты­рылған тағы бер ҙур сараға әҙерләнә башлаясаҡ. Әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар республиканың район һәм ҡалалары, иҫтәлекле урындары буйлап автоуҙыш ойоштормаҡсы. Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, был ябай сәйәхәт булмаясаҡ: унда психологтар, юристар, танылған милләттәштәребеҙ ҡатна­шасаҡ, улар урындағы халыҡ менән осрашып, консультациялар үткәрәсәк, һорауҙарға яуап бирәсәк, кәрәк икән, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләшәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 290

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 973

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 434

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 444

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 953

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 092

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 452

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 300

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 280

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 427

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 160

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 386