Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » 2017 йылда граждандарҙан һәм ойошмаларҙан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә килгән мөрәжәғәттәрҙе ҡарау тураһындағы мәғлүмәт
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында граждандар­ҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәт­тәре (артабан — граждандарҙың мөрә­жәғәттәре) менән эшләү “Рәсәй Фе­дерацияһы граждандарының мөрәжә­ғәт­тәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы Федераль законға, “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында”ғы Баш­ҡортостан Республикаһы Законына, Башҡортостан Республикаһы Хөкү­мәте Регламентына, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында эш башҡарыу инструкцияһына ярашлы ғәмәлгә ашырыла.
Мөрәжәғәттәр менән эшләүгә ҡа­ғы­лышлы мәғлүмәттәрҙең барыһы ла республика Хөкүмәтенең интернет сел­тәрендәге http://www.pravitelstvorb.ru рәсми порталында урынлаштырылған. Граждандар Башҡортостан Рес­пуб­ликаһы дәүләт органдары етәкселә­ренең күсмә ҡабул итеү графигы, кил­гән мөрәжәғәттәргә анализ, бәйләнеш реквизиттары, шулай уҡ интернет аша республика Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итеү алымы менән таныша ала.
Ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса Хөкүмәткә килгән мөрәжәғәттәрҙе ҡа­рау тураһындағы мәғлүмәт Баш­ҡорт­остан Хөкүмәте Премьер-министрына ебәрелә, Хөкүмәттең рәсми сайтында урынлаштырыла, шулай уҡ “Республика Башкортостан”, “Баш­ҡортостан”, “Кызыл таң” матбуғат баҫмаларында донъя күрә. Баш­ҡортостан Республи­каһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилгә мәғлүмәт уҙған йыл йомғаҡтары буйынса ебәрелә.

Граждандарҙың мөрәжәғәттәре статистикаһы

Отчет осоронда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә 17 063 мөрәжәғәт килгән. Уларҙа күтәрелгән мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн республика Башлығы Хакимиәтенән 2 313, Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәтенән – 5 713, Рәсәй Фе­дерацияһы Федераль Йыйылы­шының Дәүләт Думаһынан – 261, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Аппаратынан – 334, граждандар һәм ойош­маларҙан 8 442 мөрәжәғәт кәрәкле адресатҡа ебәрелгән. Юғары дәүләт власы органдарына граждан­дарҙың һәм ойошмаларҙың мөрә­жәғәттәре буйынса мәғлүмәт һорап 379 хат килгән.

Мөрәжәғәттәрҙең төп темалары

2017 йылда хат авторҙары 17 629 мәсьәләне күтәргән. Шуларҙың 6 430-ы (36,5%) – торлаҡ-коммуналь өлкәгә, 4 666-һы (26,4%) – иҡтисадҡа, 3 125-е (17,7%) – дәүләт, йәмғиәт һәм сәйәсәткә, 3 098-е (17,6%) – социаль өлкәгә, 310-ы (1,8%) оборонаға, именлеккә һәм законлылыҡҡа ҡарай.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге мәсьәләләр тәү сиратта торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә, авария хәлендәге һәм иҫке йорттарҙан күсереүгә (538 – 3%), дөйөм мөлкәтте тейешенсә ҡарамауға, коммуналь хеҙмәттәрҙең сифатһыҙ булыуына (2 675 – 15,2%) ҡағыла. Иҡтисад өлкәһендә граждандарҙың төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыуы, ошо тармаҡта дәүләт контроле һәм күҙәтеүе (1081 – 6,1%), юлдың сифат­һыҙлығы, күпер төҙөү, төҙөкләндереү, тимер юл, авиа- һәм һыу транспорты объекттарын төҙөү һәм реконструкциялау (937 – 5,4%), ҡала, ҡасаба­ларҙы төҙөкләндереү, ихаталарҙы йәшелләндереү, балалар майҙансыҡ­тарын ойоштороу (1 030 — 5,8%), подвалдан, барактан, коммуналь фатирҙан, дөйөм ятаҡтан, авария хәлендәге иҫке торлаҡтан, санитария-һаҡлау зонаһынан күсереү (345 — 2%), ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондары төҙөү, тирә-яҡ мөхитте һәм атмосфера һауаһын һаҡлау (540 — 3%) проблемалары күтәрелә. Социаль өлкәлә иһә халыҡты һаулыҡ һаҡлау, физик культура, спорт, туризм (1 021 – 5,8%), мәғариф, фән, мәҙәниәт (692 – 4%), хеҙмәт һәм мәшғүллек (347 – 2%), социаль тәьминәт һәм социаль страховка (890 – 5%), ғаилә (260 – 1,5%) мәсьәләләре борсой. Дәүләт, йәмғиәт, сәйәсәт өлкәһенә ҡағылышлы 1 036 мөрәжәғәт килгән – дөйөм һандың 5,9 проценты. Мөрә­жәғәттәр структураһына ҡарағанда, улар, нигеҙҙә, Өфө (6 109), Стәр­летамаҡ (1 085), Октябрьский (712), Нефтекама (394) ҡалалары, шулай уҡ Өфө (344), Туймазы (271), Ишембай (228), Иглин (191), Стәрлетамаҡ (94) райондары халҡынан килгән.

Граждандарҙы шәхси ҡабул итеү хаҡында

Халыҡтың хат аша һәм телдән мө­рәжәғәттәре менән эшләүҙе тейе­шенсә ойоштороу маҡсатында Баш­ҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бойороғона ярашлы, республика Хөкүмәте Премьер-министры, уның урынбаҫарҙары, дәүләт органдары етәкселәре тарафынан киләһе кварталға граждандарҙы күсмә ҡабул итеү графигы раҫлана. Райондарҙа һәм ҡалаларҙа ошондай саралар үткәреү датаһы тураһында киң мәғлүмәт сараларында хәбәр ителә.
Хөкүмәттең Интернет селтәрендәге http://www.pravitelstvorb.ru рәсми порталында халыҡты күсмә ҡабул итеү графигы урынлаштырылған.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры һәм уның урынбаҫарҙары Республика йортондағы йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46) ошондай саралар үткәрә. Отчет осоронда Республика йортондағы йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә ойошторолған 24 сарала 157, 30 күсмә сара барышында 283 кеше ҡабул ителгән. Дәүләт органдары етәкселәре 221 күсмә ҡабул итеү барышында 1 237 кешенең мөрәжәғәтен ҡараған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 288

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 972

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 433

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 443

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 953

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 092

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 452

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 300

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 280

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 427

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 160

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 385