Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оҫта, моңло йәштәрҙе көтәләр
Донъяны хис-тойғо аша ҡабул итеүселәр юлы, илаһи тел көсө менән ҡанатланыусылар ере ул нәфис һүҙ. Кемдәр генә ниндәй замандарҙан был донъяның матурлығын һәм әсе ысынбарлығын, серлелеген, төрлө төҫтәр булып балҡыған бер бөтөн һәм бөйөк йыһан күренешен шиғри һүҙгә һалып әйтмәгән дә моңло йыр итеп һуҙмаған. Туралығы менән үткер ҡылыстай уртаға телеүсе лә, күңеле төшкәндәрҙе терелтеүсе лә, моңһоҙға моң, дәртһеҙгә дәрт өҫтәүсе лә ул тылсымлы һүҙ.
Йыл һайын республикабыҙҙа шиғри һүҙ оҫталарын бергә йыйған төрлө бәйгеләр ойошторолоп тора. Быйыл шундай сара­ларҙың береһе, профессиональ булмаған шиғыр оҫталарын йыйған бәйге булараҡ, яңы форматта уҙғарыла.
Ғаилә йылы айҡанлы, Республика халыҡ ижады үҙәге Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә республика йәштәренең “Тере һүҙ” поэтик һүҙ оҫталығы конкурсын үткәрәсәк. Фестиваль республикала һәләтле ижади йәштәрҙе табыу һәм үҫтереү, нәфис һүҙ ярҙамында йәш быуынға эстетик тәрбиә биреү һәм уларҙың ижади һәләттәрен, әүҙем йәшәү рәүешенә ынтылыш үҫтереү, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү һәм туған телде һаҡлау маҡсатында ойошторола.
Конкурс ике этапта башта ситтән тороп, аҙаҡтан 23 февралдә һәм 3-4 мартта Халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт һарайында уҙасаҡ. Унда 15 йәштән алып 21 йәшкәсә һәм 22 – 35 йәшлек ижади һүҙ оҫталарынан әсәй һәм атай, бәхетле бала саҡ, мөхәббәт һәм ғаилә ҡиммәттәренә арналған ижади сығыштары ҡабул ителә.
Конкурс “Поэтик әҫәрҙе художестволы уҡыу”, “Поэтик әҫәрҙе музыкаль уҡыу”, “Үҙ поэтик әҫәреңде художестволы уҡыу”, “Үҙ поэтик әҫәреңде музыкаль уҡыу” номинацияларында була. Сарала ҡатнашырға теләгән кешеләр 23 февралгә тиклем анкета тултырып, Халыҡ ижады үҙәгенең [email protected] адресына ебәрә ала. Тулыраҡ мәғлүмәтте уның рәсми сайтынан йәки 8 (347) 272-86-61 телефонына Гөлсәсәк Зариповаға мөрәжәғәт итеп, алырға мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 303

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 985

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 446

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 456

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 961

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 094

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 455

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 306

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 282

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 437

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 167

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 389