Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң түбән эш хаҡы арта
Рәсәй Дәүләт Думаһы киләһе йылдың 1 ғинуарынан түгел, ә быйыл 1 майҙан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен йәшәү минимумы кимәле менән тигеҙләүгә ҡағылышлы закон проектын беренсе уҡыуҙа хупланы. Был башланғысты депутаттарға ил Президенты Владимир Путин тәҡдим иткәйне.

Закон проекты бер тауыштан ҡабул ителде. Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырыу тураһындағы әүәлге ҡанун парламенттың түбәнге палатаһы тарафынан былтыр декабрҙә хупланғайны. Әле хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме айына 9 489 һум, йәғни йәшәү минимумы дәүмәленең 85 процентын, тәшкил итә. Президенттың тәҡдиме ҡабул ителгән осраҡта 1 майҙан был күрһәткес 11 163 һумға етәсәк һәм эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы дәүмәле менән тигеҙләшәсәк. Быйыл хеҙмәткә түләүҙең минималь күләменең дөйөм артымы 43 процентҡа етәсәк.


Сит илдә
белем алғың килһә...


Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарының студенттары һәм аспиранттары сит илдә уҡыу өсөн Рәсәй Президенты стипендияһын алыу мөмкинлегенә эйә.

Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурста юғары белем биреү программалары — бакалавриат, специалитет, магистратура, аспирантурала көндөҙгө уҡыу бүлегендә фәнни-педагогик кадрҙар әҙерләү программалары буйынса белем алған, фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә үҙен күрһәткән, ғилми тикшеренеүҙәрҙә ҙур уңышҡа өлгәшкән йәштәр ҡатнаша ала. Уларҙы уҡыу йортоноң ғилми советы тәҡдим итергә тейеш.
Стипендияға уҡыуға, виза алыуға, урынға барыу һәм ҡайтыуға, йәшәүгә, медицина страховкаһына, урындағы транспортта юл хаҡына сығым индерелгән. Аҡса Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан ҡабул иткән ойошманың банк иҫәбенә туранан-тура күсерелә. Уҡыу ваҡыты — иң күбе бер йыл. Анығыраҡ мәғлүмәтте министрлыҡтың сайтынан табырға мөмкин.


Башҡортостанға сәйәхәт
күпмегә төшә?


Skyscanner эҙләү ҡулайламаһына ярашлы, быйыл Башҡортостандың баш ҡалаһына сәйәхәт “экономлы” тип иҫәпләнә. Самолетҡа билет хаҡы 5,5 мең һумдан башлана. Йәшәү һәм туҡланыуға хаҡты аналитиктар иҫәпкә алмаған.

Ә бына иң ҡиммәтле йүнәлештәрҙең береһе — Сочи ҡалаһы. Бер аҙна йәшәү хаҡы яҡынса 44 мең һумға төшә. Бында самолетта осоу, йәшәү һәм ашау инә. Санкт-Петербургка сәфәр — 48 мең, Мәскәүгә 45 мең һум тәшкил итә. Сит илдәрҙе алғанда, иң арзан сәйәхәт Белоруссияға (ике кешегә ике аҙналыҡ — 76,5 мең һум), уның артынан Молдавия (76,8 мең), Абхазия (84,3 мең), Һиндостан (85 мең) һәм Әрмәнстан (85,5 мең һум) килә.


Имтихан яҡынлаша

Быйыл республикала сығарылыш кластарында Берҙәм дәүләт имтиханында һайлап алынған фәндәр араһында беренсе урында йәмғиәт фәне килә, артабан — физика, унан һуң — биология. Дүртенсе һәм бишенсе баҫҡыста тарих менән химия менән урынлашҡан.

Әйткәндәй, төбәктә һуңғы йылдарҙа теләк буйынса тапшырылған имтихандар исемлеге әллә ни үҙгәрмәй. Йәштәр йәмғиәт фәнен, физика, тарих, биология һәм химияны үҙ итә. Тарих менән йәмғиәт фәне “юриспруденция”, “политология”, “реклама һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш”, “лингвистика” һәм “философия” кеүек йүнәлештәргә уҡырға инеү өсөн кәрәк. Бер нисә йыл дауамында иң популяр имтихан булып ҡалған йәмғиәт фәне рус теле һәм математика менән бергә менеджмент, дәүләт һәм муниципаль идара, шулай уҡ социология факультеттарына конкурста иҫәпкә алына.
Тәбиғәт фәндәре бер аҙ ҡалышһа ла, бында ла үҫеш күҙәтелә. “Тупраҡты өйрәнеү”, “ветеринария”, “биология” һәм “психология” кеүек йүнәлештәрҙә белем алыу өсөн биологиянан имтихан тапшырыу мотлаҡ. Буласаҡ табиптар һәм фармацевтар иһә биологияға ҡушып химияны ла тапшырырға мәжбүр. “Төҙөлөш”, “нефть һәм газ эше”, “робот техникаһы”, “авиатөҙөлөш” һәм башҡа ошондай техник белгеслектәрҙе һайлағандар физика һәм тәрәнәйтеп өйрәнелгән математика буйынса имтихан тапшыра.
Берҙәм дәүләт имтиханы ваҡытынан алда 21 марттан 11 апрелгә тиклем тапшырыла, төп этап — 28 майҙан 2 июлгә тиклем, өҫтәмә этап иһә 4-енән 15 сентябргә тиклем дауам итә.
Быйыл республикала ХI класты тамамлаясаҡ 18 меңдән ашыу үҫмер һынау тотасаҡ.

Л. Дәүләтбәкова әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 309

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 991

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 462

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 467

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 966

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 098

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 458

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 309

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 283

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 443

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 172

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 394