Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уларҙың хеҙмәте яуаплы ла, мөһим дә
Уларҙың хеҙмәте яуаплы ла, мөһим дә Өфөлә төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Республика етәксеһе Башҡортостан Прокуратураһы коллективын һөнәри байрам менән ҡотланы һәм хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың иғтибарын талап иткән төп эш йүнәлештәрен билдәләне.

– Һеҙгә намыҫлы хеҙмәт, юғары профессионализм, законды, граждан­дар­ҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡ­лауҙа принципиаллек өсөн рәхмәт, – тине Рөстәм Хәмитов. – Енәйәт­се­леккә, иҡтисади һәм социаль өлкәләр­ҙәге хоҡуҡ боҙоуҙарға, коррупция күре­нештәренә ҡаршы көрәштең һөҙөмтә­лелеге, экстремизмға ҡаршы тороуҙың уңышлылығы һәр ҡайһығыҙҙың компе­тентлығына, яуаплылығына бәйле. Көндәлек эшегеҙ менән йәмғиәттә тотороҡлолоҡто, дәүләттең конституцион хоҡуҡтарҙы яҡлау һәләтенә граждандарҙың ышанысын нығытыуға ҙур өлөш индерәһегеҙ.
Республика Башлығы енәйәтселеккә һәм коррупцияға ҡаршы көрәште, суд эштәре, хеҙмәт, социаль, торлаҡ хоҡуҡтарын яҡлау кеүек өлкәләрҙә законлылыҡтың үтәлешен күҙәтеүҙе республика прокуратураһы алдында торған бурыстар иҫәбенә индерҙе. Уның әйтеүенсә, эшҡыуарлыҡҡа административ баҫымды кәметеү йәһәтенән дә эште дауам итеү шарт.
– Прокуратура органдары һөҙөмтәле эшләмәһә, бөтә өлкәләрҙә юғары баш­ҡарыу тәртибе тәьмин ителмәһә, хоҡуҡ нормалары тайпылышһыҙ үтәл­мәһә, мөһим дәүләт программаларын, күләм­ле бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙағы уңыштар ҙа мөмкин түгел. Киләсәктә лә һеҙҙең ярҙамға, законһыҙлыҡ, граждандарҙың хоҡуҡта­рын боҙоу күренештәренә ҡаршы тороу һәләтенә иҫәп тотам, – тине Рөстәм Хәмитов. – Хеҙмәтегеҙ бик яуаплы һәм әһәмиәт­ле. Прокуратураға таянып власть уңышҡа өлгәшә, алға бара ала. Һеҙ һәр ерҙә законлылыҡты, хоҡуҡ тәртибен тәьмин итәһегеҙ. Беҙ быны, әлбиттә, баһалайбыҙ, аңлайбыҙ һәм артабан да бергә эш итәсәкбеҙ.
Республика Башлығы шулай уҡ дәүләт наградаһын тапшырҙы. 1989 –1995 йылдарҙа республика прокурату­раһында етәкселек иткән икенсе класлы дәүләт юстиция советнигы Владимир Кадонцев “Башҡортостан Республика­һының атҡаҙанған юрисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.


Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 147

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 929

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 392

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 078

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 435

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 283

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 263

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 412

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 139

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 368

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Бөгөн Өфөгә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе, Рәсәй Президенты...

Тотош уҡырға 1 158

Нимә ул газон?

Нимә ул газон? 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика парламенты депутаттары газондарҙа, сәскәлектәрҙә, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында...

Тотош уҡырға 1 127