Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ишле ғаиләләргә ярҙам
Ишле ғаиләләргә ярҙамОшо көндәрҙә төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов республикала күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙамды камиллаштырыу саралары тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.


Документ Рәсәй Президенты­ның “май указдары”н тормошҡа ашырыу, шулай уҡ ғаиләне үҫтереү һәм нығытыу, сабыйҙар һанын арттырыуҙы дәртләндереү өсөн өҫтәмә шарттар тыуҙырыу маҡсатында ҡабул ителде. Указға ярашлы, киләһе йылдың 1 ғинуарынан йән башына уртаса килеме балалар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған ишле ғаиләләр өсөн 2018 йылда тыуған өсөнсө йәки артабанғы һәр бала өсөн өс йәше тулғанға тиклем 8 993 һум күләмендә айлыҡ аҡсалата түләү билдәләнә.
Башҡортостан Хөкүмәтенә ошо аҡсаны түләү шарттарын һәм тәртибен асыҡлау бурысы йөкмәтелде. Уны түләү тураһында мәғлүмәт Берҙәм дәүләт социаль тәьминәт системаһында урынлаштырыласаҡ.


Сирҙәр таралмаһын өсөн


Башҡортостандың Ветеринария идаралығы белгестәре Дәүләкән районында кәзә-һарыҡты рөхсәтһеҙ ташыусыларҙы тотто.

Асыҡланыуынса, Өфө районында йәшәгән әҙәм, райондағы ветеринария хеҙмәте менән килешмәйенсә, 30 баш малды законһыҙ ташыған. Өҫтәүенә карантин саралары үткәрелмәгән, малдың ветеринария документтары ла булмаған.
Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, тәртип боҙоусыға штраф һалынған. Кәзә-һарыҡ карантинға ябылған, лаборатор диагностика өсөн анализға ҡан алынған. Шулай уҡ ветеринария-санитария саралары планы төҙөлгән, түләмә һәм ҡотороу сиренә ҡаршы профилактик вакцинация үткәреү күҙаллана.


Мөлкәтем имен булһын тиһәң…

Быйыл республикала өс меңдән ашыу кеше күсемһеҙ милкенең хәүефһеҙлеген хәстәрләгән. Ун бер ай эсендә Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына хужаның (йәки уның законлы вәкиленең) шәхсән ҡатнашлығынан тыш мөлкәтенең башҡа кешегә күсерелә, уға хоҡуҡтың сикләнә йә иһә ғәмәлдән сығарыла алмауын билдәләгән 3 165 яҙма индергән.

Бындай ғаризаны теләге булған һәр кеше бушлай тапшыра ала. Реестрға индерелгән яҙма милек хужаһының мәнфәғәтен яҡлай һәм башҡа кешеләрҙең ғаризаһын ҡарамайынса кире ҡайтарыуға нигеҙ булып тора. Милексенең ҡатнашлығынан тыш мөлкәткә бәйле килешеүҙәр төҙөүҙе тыйыу ышаныс ҡағыҙы буйынса эш иткән аралашсыларҙың законһыҙ ғәмәлдәренә кәртә ҡуйыуға йүнәлтелә.
Ғаризаны күп функциялы үҙәктә тапшырырға йәки “Росреестр” сайтындағы шәхси кабинет аша ебәрергә мөмкин. Тейешле яҙма Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына биш эш көнөндә индерелергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта был яҙма милексенең ғаризаһы йә булмаһа суд акты нигеҙендә ғәмәлдән сығарыла ала.


Каратистар
ҡайҙа үҫә?


Каратэ буйынса донъя кубогында Башҡорт дәүләт университеты­ның Стәрлетамаҡ филиалы студенттары Карина Ямасипова – беренсе, Искәндәр Басариев өсөнсө урын яуланы.

Спортсыларыбыҙ каратэ менән тиҫтә йылдан ашыу шөғөл­ләнә. Улар Рәсәй һәм Европа ярыштарында еңеү яулап өлгөргән.
– Донъя чемпионатында беренсе тапҡыр ҡатнаштыҡ, – тине тренер Александр Махновский. – Тиҙҙән күнекмә йыйындарына, унан һуң юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары араһындағы Волга буйы федераль округы ярыштарына һәм каратэ буйынса Рәсәй чемпионатына юлланырға ниәтләйбеҙ.

Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 308

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 991

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 460

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 461

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 964

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 097

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 457

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 309

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 283

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 443

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 170

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 392