Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Киләсәгебеҙ үҙебеҙгә бәйле — хеҙмәтебеҙгә, яуаплылығыбыҙға
Һигеҙенсе Мөрәжәғәтнамә... 47 минут 20 секунд… Республика Башлығының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе әллә ни оҙаҡ ваҡытты алманы. Әммә эстәлеге... Документ бик конструктив төҙөлгән ине. Һәр фекер, һәр һүҙ төптән уйланылған, объектив һәм, иң мөһиме — ышаныс менән һуғарылған. Хөкүмәткә, халыҡҡа, яҡты киләсәккә ышаныс...

Ғәҙәттә, теләһә ниндәй рәсми документты ла ҡануниәт базаһына, иҡ­ти­садҡа, сәнәғәткә, инновация үҫеше йүнәлеш­тәренә, статистика күр­һәт­кестәренә бәйләргә күнеккән­беҙ. Мөрәжәғәтнамәлә лә һандар, процент­тар, сағыштырыуҙар булды — унда башҡарма власть тарафынан башҡарылған ғәйәт ҙур эш күләме лә, республикалағы бөтә дәүләт власы орган­дары сис­темаһының, урындағы үҙидара­ның, эшҡыуарлыҡ­тың, граждандар йәм­ғиәте институ­т­тарының киләсәккә бурыстары ла сағылыш тапты. “Үҫеште тәьмин итеү өсөн тәү сиратта хеҙмәт етештереү­сәнлеген артты­рыу мөһим, — тине республика етәксеһе. — Был йәһәттән беҙ киләһе йылдарҙа тәүге биш төбәк исем­легенә инергә бурыслыбыҙ. Әммә төплө нигеҙ булдырмай тороп, күрһәткестәрҙе яҡшыртыу мөмкин түгел”. Быныһы әлеге шул иҡтисадҡа ҡағылғандарынан. Асылда иһә республика Башлығы мәғарифты, һаулыҡ һаҡлауҙы, фәнде үҫтереүгә, ғаилә институтына бу­лыш­лыҡ итеүгә баҫым яһаны. Сәләмәт, имен, эшле, ашлы ғаилә – то­то­роҡ­ло киләсәк. “Ғүмер оҙонлоғо арта, әммә 10 – 15 йылдан 35 йәшкә тик­лем­ге йәштәр күпкә кәмейәсәк, был — 90-сы йылдарҙағы демографик көр­сөк һөҙөмтәһе. Шуға күрә илгә йәш көстәр бик ҡәҙерле. Уларҙың һәр бе­реһе алтынға бәрәбәр, был быуынды бар яҡлап та үҫтереү, дөрөҫ һө­нә­ри йүнәлеш биреү, интеллектуаль ресурс­тарын камиллаштырыу бөгөнгө замандың бурысы булып тора”, — тине Рөстәм Зәки улы.
Тағы бер йүнәлеш — һәләтле балалар менән эшләү. Был тәңгәлдә гранттар системаһын индереү мотлаҡ. Киләһе йылда фәнни йүнәлеш буйынса лицей-интернат асыу бурысы ҡуйылды.
Төбәк етәксеһе дуаль белем биреү сифатын күтәреү зарурлығын да билдәләне. Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, шул саҡта уҡыу йортон тамамлаусылар яҡшы технологик әҙерлекле таныш етештереү майҙан­сыҡтарына киләсәк. “Уйланылған һөнәри йүнәлештең бөтә уҡыу йорттары өсөн төп темаға әүерелеүе, уҡыусылар өсөн һөнәрҙәр, предприятиелар менән виртуаль һәм реаль танышыуҙың ҡыҙыҡлы ойошторолоуы мөһим. Был эшкә тармаҡ министрлыҡтары һәм ведомстволары, эш биреүселәр берекмәләре, эшҡыуарлыҡ ҡушылырға тейеш”, — тине ул.
Баш ҡалала балалар өсөн турист маршруты ойоштороу, уҡыусылар һәм студент­тарҙы “Рәсәй — минең тарихым” музейына бушлай индереү, халыҡтың заманса технологиялар өлкәһендәге белемен үҫтереү, Фәнгә ярҙам итеү һәм үҫтереү фондына республика статусы биреү, йәш ғалим­дарҙы ҡырға ебәрмәү, хатта ситтән йәлеп итеү, был тәңгәлдә гранттарҙы арттырыу — Мөрәжәғәт­намәлә һәр тәҡдим урынлы һәм ваҡытлы яңғыраны.
Халыҡтың сәләмәтлеге хаҡында ла һүҙ әйтте Башлыҡ. Шул уҡ ваҡытта: “Халыҡ­тың үҙаңын нығытыу ҙа мөһим, кеше үҙ һаулығы өсөн яуаплылыҡ тойорға тейеш. Ә был тәрбиә тап ғаиләлә һалына”, — тине ул. Ғөмүмән, йәмғиәттең һәр тармағы бер-береһе менән шул тиклем тығыҙ бәй­лән­гән — ғаилә именлеге социаль-иҡти­сади үҫештең нигеҙе булып торһа, етеш, имен тормошто шулай уҡ тотороҡһоҙ үҫеш шарттарында тәьмин итеп булмая­саҡ. Шуға күрә лә Башҡортостанда ғаиләне яҡлау, һаҡлау буйынса эшмәкәрлек иҡти­сад, сәйәсәт, сәнәғәт менән бер аҙым­дан иғтибар үҙәгендә ҡала. Шунһыҙ мөмкин дә түгел, ярамай ҙа.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 150

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 930

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 392

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 078

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 436

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 284

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 265

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 412

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 140

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 369

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Бөгөн Өфөгә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе, Рәсәй Президенты...

Тотош уҡырға 1 159

Нимә ул газон?

Нимә ул газон? 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика парламенты депутаттары газондарҙа, сәскәлектәрҙә, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында...

Тотош уҡырға 1 128