Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оҫталыҡ – бар һөнәрҙең шартылыр
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов кисә профессиональ колледж студенттары, уларҙың тренерҙары һәм уҡытыусылары менән осрашты. Атап әйткәндә, WorldSkills һәм “Абилимпикс” (инвалидтар өсөн бәйге) тигән профессиональ оҫталыҡ конкурсы еңеүселәре менән бер өҫтәлдә ултырып һөйләште.

Баштан уҡ Рөстәм Зәки улы егет һәм ҡыҙҙарҙы йөҙгә танып, һәр береһенә исемләп өндәште, тормоштары менән ҡыҙыҡ­һынды, киләсәккә уй-пландарын һорашты.
– Һеҙҙең еңеүегеҙ – республика өсөн оло мәртәбә, – тине республика Башлығы. – Шул һөйөнөслө, беҙҙә бына тигән йәштәр үҫеп килә. Был – уңыш­тарҙың башы ғына, киләсәктә тағы ла бик күп үрҙәр яулары­ғыҙға ышанабыҙ. Ошо конкурс­тар аша үҫмерҙәрҙе эшсе һөнәрҙәргә йәлеп итеү ныҡ отош­ло. Башҡортостан был тәңгәл­дә ваҡытында үҙ урынын би­ләне. Киләсәктә лә хәрәкәткә ярҙам итәсәкбеҙ.
Рөстәм Хәмитов хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө моторҙар төҙөү заводында участка мас­теры булып башлауы, 6-сы разрядлы йыйыусы слесарь эшенә хөрмәт менән ҡарауҙары тураһында бәйән итте. Бел­де­реүенсә, бер осорҙа илебеҙҙә эшсе һөнәрҙәр әҙерләү ныҡ аҡһағайны, училищелар тура­һында хәстәрлек кәмегәйне. Ә бөгөн ҡыҙыҡһыныу, киреһенсә, көсәйҙе, йәмғиәттә эшсе һөнәр­ҙәр кәрәк тигән ышаныс нығын­ды.
WorldSkills һөнәри оҫталыҡ буйынса донъя чемпионатында III урынды алған Сибай күп профилле һөнәрселек колледжы­ның IV курс студенты Рафаэль Яхин, йәш булыуына ҡа­рамаҫ­тан, тренер йөгөн дә тарта, уның уҡыусыһы ла ярышта призлы урынға сыҡҡан.
Солтан Бикәев исемендәге Өфө һөнәрселек колледжы студенты Анастасия Филимонова (“Абилимпикс” конкурсында “Нәшриәт эше” компетенцияһы буйынса еңеү яулаған) һөй­ләүенсә, күңел һөйгән шөғөлгә тотоноу – маҡ­сатҡа өлгәшеү өсөн ярты аҙым.
Ғөмүмән, йәштәрҙең белем эстәп тә, төрлө ярыштарҙа ҡат­на­шып та уңыштарға өлгәшеүе маҡтауға лайыҡ. Шунан сығып, оҫталыҡ – бар һөнәрҙең шартылыр, тип әйтмәй ҡара!


Рафаэль Яхин:
– Уҡырға дуҫымдың кәңә­ше буйынса килдем, еңеүҙәр белем алырға теләкте арттыра. Артабан армияға ба­рырға, юғары белем алырға уйлайым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 288

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 972

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 433

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 443

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 953

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 092

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 452

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 300

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 280

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 427

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 160

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 385