Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Бөтә редакция коллективын һәм ветерандарын, гәзит уҡыусыларҙы ысын күңелдән “Башҡортостан”дың күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайым!
100 йыл – сағыу ваҡиғалар теҙмәһенән торған бөтөн бер заман. Ошо дәүер эсендә республикабыҙҙың башҡорт телендә сыҡҡан алдынғы баҫмаһы күп үҙгәрештәр кисерҙе, әммә үҙенең лайыҡлы кимәлен матбуғат өсөн иң ауыр ваҡыттарҙа ла һаҡлап ҡала белде. Гәзит республикала ҙур ихтирам яуланы, ул үҙенең мәҡәләләренең көнүҙәклеге, йәмғиәт проблемаларына етди ҡарашы, ҡыҙыҡлы журналистикаһы һәм юғары полиграфия сифаты менән айырылып тора. Бөтә ошо йылдар дауамында редакция коллективы беҙҙең күп милләтле республикабыҙҙың сәйәси, социаль-иҡтисади һәм рухи-мәҙәни тормошоноң төп ваҡиғаларын объектив рәүештә сағылдырып ҡына ҡалмай, ә киң уҡыусылар аудиторияһында тормошҡа ҡарата позитив мөнәсәбәт барлыҡҡа килтерә. “Башҡортостан” гәзитенең һәр сыҡҡан һанында беҙ һәләтле, тынғы белмәҫ журналистарҙың сағыу һәм тәрән фекерле эш һөҙөмтәһен күрәбеҙ.
Ишембай районына, уның предприятиелары һәм кешеләренә лә абруйлы баҫма һәр саҡ иғтибарын бүлеп тороуы беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы.
Гәзиттең күркәм юбилейы көнөндә “Башҡортостан”ға – оҙон ғүмер һәм уҡыусылар һанының көндән-көн артыуын, редакция коллективына ижади ҡаҙаныштар, тыуған Баш­ҡортостаныбыҙ хаҡына ҡуйылған маҡсаттарға ирешеүҙә уңыштар теләйем! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек юлдаш булһын!

Марат ҒАЙСИН,
Ишембай районы хакимиәте башлығы.


* * *

“Башҡортостан” – ул милләтебеҙҙең рухи маяғы һәм таянысы, республикабыҙҙың көҙгөһө, беҙҙең һәр беребеҙ өсөн иң ҡәҙерле гәзит. Баҫма республиканың социаль-иҡтисади, ижтимағи-сәйәси, мәҙәни, фәнни, спорт тормошон яҡтырта. Шулай уҡ халыҡтың этномәҙәниәтенә, рухи тормошона ҙур иғтибар бүлә. 
Ҙур район етәксеһе, халыҡтың тын алышын яҡындан белеүсе булараҡ, гәзиттең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ тип иҫәпләйем. Йәмғиәттәге үҙгәрештәр, бар яңылыҡтар, ваҡиғалар теҙмәһе, замандаштар ҡарашы, дәүләттең власть структураһы менән киң йәмәғәтселектең мөнәсәбәте, халыҡтың рухи талабы, тарихыбыҙ сағылдырыла гәзиттә. Бөгөнгө Интернет һәм телевидение заманында ла ташҡа баҫылған фекерҙең үҙ баһаһы бар.
Уҡытыусылар ғаиләһенән булараҡ, гәзит бала саҡтан уҡ минең дуҫым булды. Әлеге ваҡытта ла бар хәл-ваҡиғаларҙың йөрәк тибешен тойор өсөн мөһим сығанаҡ ул.
“Башҡортостан” бер быуат дауамында үҙ бурыс-маҡсаттарына тоғро ҡалып, халҡына үҙ һүҙен еткерә, быуаттарҙы быуаттарға бәйләй. Байрамың менән, “Башҡортостан”!

Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Ҡырмыҫҡалы районы
хакимиәте башлығы.


***
“Башҡортостан” коллективын баҫманың 100 йыллығы айҡанлы ҡотлайым. Гәзитегеҙ үткән юл йәмғиәт тормошонда 1917 йылда башланған ҙур үҙгәрештәрҙән алып республикабыҙҙың үҫеш тарихын сағылдыра. Уның тарихы — бөйөк еңеүҙәр һәм ауыр һынауҙар, ҡаҙаныштар, иҡтисад, мәҙәниәт, фән үҫешендәге уңыштар тарихы ул.
Баҫма урындағы власть органдары эшенә, ауыл халҡының проблемаларына даими иғтибар бирҙе. Уның биттәрендә муниципаль власть эшмәкәрлегенең төрлө өлкәләре, халыҡтың тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән социаль-иҡтисади үҫеш программаларын тормошҡа ашырыу барышы даими яҡтыртыла. “Башҡортостан” гәзите артабан да республика киң мәғлүмәт саралары флагмандарының береһе булып ҡалыр, тормошобоҙҙо лайыҡлы яҡтыртыр, уҡыусыларға көнүҙәк объектив мәғлүмәтте ваҡытында еткерер, тип ышанам.
Илдар МОСТАФИН,
Илеш районы хакимиәте башлығы.


* * *
Дәүләкән районы хакимиәте исеменән “Башҡортостан” гәзите коллективын һоҡланғыс юбилейы — 100 йыллығы менән ихлас ҡотлайым!
“Башҡортостан” гәзите — республикабыҙҙың төп матбуғат баҫмаларының береһе. Бөгөн уның биттәрендә республикабыҙҙың ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади, рухи-әхлаҡи тормошо яҡтыртыла. Ижади коллективтың башҡорт телен һаҡлауға, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Юғары профессионализм, бурыстарына яуап­лы ҡараш, алдан күреп эш итеүсәнлек, баҫманы һаҡлап ҡалыуға мөмкинлек биреүҙән тыш, уҡыусыларҙың гәзиткә ихтирамын арттырыуға булышлыҡ итте. Гәзит биттәрендә күләмле саралар, ҡала һәм ауыл эшсәндәренең тормошо яҡтыртылыуы, халыҡты борсоған көнүҙәк проблемаларҙың күтәрелеүе баҫманың популярлығын арттыра.
Заманса технологияларҙың әүҙем индерелеүе, яңы проекттар һәм рубрикалар өҫтәлеүе яңынан-яңы уңыштарға әйҙәй. Баҫылған мәҡәләләр уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Юбилей менән ҡотлап, татыу коллективығыҙға артабан да яңы ҡаҙаныштар, ижади уңыштар теләйем. Ҡыҙыҡлы идеяларығыҙ һәм уй-ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын.

Илгиз МӨХӘМӘТЙӘНОВ,
Дәүләкән районы хакимиәте башлығы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 305

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 987

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 458

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 458

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 962

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 094

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 455

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 307

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 282

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 441

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 168

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 389