Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡ ҡауырһынды манып ҡараға…
Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһына документтар ҡабул ителә башланы. Был бүләк 2016 йылдың сентябренән 2017 йылдың авгусына тиклемге осорҙа донъя күргән иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн журналистарға, шулай уҡ журналист коллективтарына
тапшырыла.

Республика Хөкүмәте ҡарамағындағы комиссия Рәсәй, республика, сит ил баҫма йәки электрон киң мәғлүмәт сараларында баҫылып сыҡҡан репортаждарҙы, очерктарҙы, документаль повестарҙы һәм публицистика мәҡәләләрен, фотоһүрәттәрҙе, теле- һәм радиотапшырыуҙарҙы, айырым китап булып нәшерләнгән яҙмаларҙы тикшерә. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн гәзит, журнал, теле- һәм радиостудия редакцияһының хеҙмәт коллективы йыйылышының протоколын, автор тураһындағы мәғлүмәттәрҙе күрһәтеп, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы комиссия исеменә хат, башҡа телдәрҙә баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәргә рус телендә аннотация, әҫәрҙең үҙен тапшырыу шарт. Эштәрҙең һаны сикләнмәй, фотоһүрәттәр шәлкеме кәмендә биш рәсемде үҙ эсенә алырға тейеш. Әҫәрҙәр республика Журналистар союзы идараһы, айырым авторҙар, гәзит һәм журнал редакциялары, теле- һәм радиостудиялар, мәғлүмәт агентлыҡтары, башҡа ижади коллективтар тарафынан тәҡдим ителә ала.
Дәғүәселәрҙең эштәре 1 сентябргә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Башҡортостан Журналистар союзы, 1007-се офис (Матбуғат йортоноң 10-сы ҡатында). Телефон (факс): (347) 276-42-66.


Йәнһүрәт төшөрә белһәң…

“BashMult” асыҡ йәнһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. Бәйге II “BashMult-2017” республика фестивале нигеҙендә уҙғарыла.

Конкурста алты йәштән 25 йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша ала. Эштәр “Атайсалым” (тыуған ил тура­һындағы йәнһүрәттәр), “Әкиәттәр әкиәте” (донъя халыҡтары әкиәттәре, шулай уҡ үҙеңдең сценарийың буйынса төшөрөлгән йәнһүрәттәр), “Тәбиғәт – ул тормош!” (тәбиғәткә арналған йәнһүрәттәр) кеүек номинациялар буйынса ҡабул ителә.
Ғаризалар ҡабул итеү 2017 йылдың 1 октябрендә көндөҙгө сәғәт 3-тә тамамлана. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 18 ноябрҙә үткәрелә. Ҡатнашыусылар дипломдар, төрлө номинацияла еңеү яулағандар “BashMult” статуэткалары менән бүләкләнә. Фестиваль барышында шулай уҡ осрашыуҙар, матбуғат конференцияһы, автограф-сессия, оҫталыҡ дәрестәре, аквагрим, пантомима, күңел асыу саралары, уйындар ойошторола.
Конкурстың партнерҙары һәм унда ҡатнашыусылар араһында “Башҡортостан” киностудияһы, “Муха” студияһы, Banana Animation studio, Республика балалар белем биреү технопаркы, “Юлдаш” балалар ижады үҙәге, “Юла” анимация студияһы бар.


Иғтибар: күҙәтәләр!

Учалы ҡалаһында “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Заманса ҡала мөхите булдырыу” өҫтөнлөклө проекты нигеҙендәге эш әүҙем бара.

Ҡалалағы күп фатирлы 22 йорт ихатаһын төҙөкләндереүгә 20 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Бында эскәмйәләр һәм сүп-сар һауыттары ҡуйыласаҡ, туҡталҡалар, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, йәйәүлеләр юлдары төҙөкләндереләсәк.
Эш сифатын һәм башҡарыу ваҡытын контролдә тотоу өсөн объекттарҙа видеокүҙәтеү камералары ҡуйылған. Улар ихаталарҙағы эш барышын онлайн тәртибендә күҙәтеү мөмкинлеген бирә.


Картуфты нисек үҫтерергә?

Туймазы районында фермер Мөхәмәтгәрәй Батыров картуф үҫтереүҙә яңы технологияларҙы үҙләштерә.

“Уңыш” крәҫтиән хужалығы етәксеһе урындағы һауа шарттарына яраҡлашҡан һәм мул уңыш биргән культураны табыу маҡсатында төрлө тәжрибәләр үткәреп ҡарай. Ул 30 йыл фермерлыҡ менән шөғөлләнгән дәүерҙә ғәҙәти иген культураларын һәм беҙҙең төбәк өсөн экзотиканы тәшкил иткән етен үҫтерә. Районда сәнәғәт күләмендә картуф үҫтергән дә тап ул була. Был йәшелсә уның хужалығында 30 гектар майҙанды биләй.
Быйыл яҙ фермер 1,5 гектарҙа картуфтың өр-яңыса эшкәртелгән орлоғон ултыртҡан. Был сорт сирҙәргә бирешмәй. Эксперимент өсөн биш мең дана картуф һатып алынған. Ике йыл эсендә Мөхәмәтгәрәй Батыров уны күпләп үрсетергә ниәтләй.

Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 309

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 991

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 462

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 464

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 966

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 097

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 457

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 309

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 283

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 443

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 170

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 392