Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йорт-ҡура төҙөк, ә урам?
Йорт-ҡура төҙөк, ә урам?Йәмәғәтселек урындарын төҙөкләндереүҙә теге йәки был ауыл йә ҡалала йәшәгән халыҡтың да аҡсаһын йәлеп итеүҙе дәртләндереү, нимә төҙөү йәки йүнәтеүҙе граждандар йыйылышында хәл итеү тураһында һуңғы осорҙа йыш яҙабыҙ һәм һөйләйбеҙ.
Ул ни өсөн кәрәк һәм ыңғай һөҙөмтәһе бармы? Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры, башланғыстар нигеҙендәге бюджетты туплау алымдарын үҫтереү буйынса эш төркөмө рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов үткәргән ултырыш ошо мәсьәләгә арналды.
Йорт-ҡура төҙөк, ә урам?Башланғыстар нигеҙендә төҙөлгән бюджет власть органдары ҡушыуы буйынса түгел, ә халыҡтан, урындағы үҙидара, төбәк ҡаҙнаһынан йыйылған аҡсанан туплана. Уның маҡсаты – тәғәйен ауыл йә ҡалала күпер төҙөү йәки йүнәтеү, зыяратты кәртәләү, урамдағы юлды тәртипкә килтереү, ҡала ихатаһын төҙөкләндереү, мәктәпте йәки балалар баҡсаһын ремонтлау кеүек коммуналь эштәрҙе финанслау һәм башҡарып сығыу. Федераль йәки төбәк ҡаҙнаһы һәр ваҡ объектҡа барып етешә алмай, сөнки ул төп көсөн ҙурыраҡ социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, иҡтисади көрсөккә ҡаршы тороуға йүнәлтә. Әлбиттә, былар ил йәки республика кимәлендәге проекттар, ә күперҙең, ҡағиҙә булараҡ, тәғәйен ауыл өсөн генә кәрәк булыуы ихтимал. Урындағы башланғыстар шундай объектты күҙ уңында тота ла инде. Бындай төҙөлөштәр инвесторҙар һораған хаҡтан байтаҡҡа арзаныраҡ булып сыға.
– Быйыл программала ҡатнашыу­сы­ларҙың 450 меңдән ашып китеүе хәрәкәттең уңышлы барыуын раҫлай, – тине Рөстәм Хәбиб улы, эш комиссияһының әлеге ултырышында сығыш яһап. – Ә былтыр ундайҙар 200 мең ине. Халыҡ теләге менән барлыҡҡа килгән һәм уның контролендә тормошҡа ашырылған проекттар бөгөн бөтә республиканы солғап алды.
Йорт-ҡура төҙөк, ә урам?Республикала “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһының эшләй башлауына ике генә йыл әле. Ултырышта билдәләүҙәренсә, халыҡ хуплаған проекттарҙың асылы әллә ни үҙгәрмәй: күпселек юл һалыуға, парктар һәм скверҙарҙы төҙөкләндереүгә, балалар майҙансығы булдырыуға, һыу үткәргестәрҙе яңыртыуға, мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлап ҡалыуға өҫтөнлөк бирә. Өфөлә, мәҫәлән, Черниковка биҫтәһендәге ихаталарҙы тәртипкә килтереү буйынса тәҡдимдәр бик күп һәм был аңлашыла ла – ҙур саралар һәм байрамдар алдынан ғәҙәттә ҡаланың үҙәк өлөшөн матурларға тотоналар, ә төньяҡ кварталдар иғтибарҙан ситтә ҡала. Әйткәндәй, быйыл баш ҡалалағы ундай төҙәтеү-йүнәтеү эштәренә республика ҡаҙнаһынан 200 миллион һум бүленде. Уны ҡайҙа тотоноу мәсьәләһе лә граждандар йыйылышында хәл ителә. Объекттар билдәләнгәс, был проекттарҙың хаҡын асыҡлайҙар. Барлыҡ сумманың 15 процентын Өфө ҡаҙнаһынан һәм кәмендә биш процентын халыҡтан йыйыу ҡаралған.
Йорт-ҡура төҙөк, ә урам?Видеоконференция рәүешендә уҙғарылған ултырышта Илеш, Балаҡатай, Салауат, Өфө райондарының хакимиәт башлыҡтарына ла һүҙ бирелде. Илеш районында, мәҫәлән, быйыл ғына ла 28 миллион һумлыҡ эш башҡарылған, шуның 17 миллион һумы республика ҡаҙнаһынан түләнгән, биш миллион һумын район бюджеты биргән, дүрт миллион һумын халыҡ йыйған һәм ике миллионын спонсорҙар тапшырған. Тәжрибә туплау барышында проблемалар ҙа асыҡлана бара. “Башҡортостан Республикаһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты” дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһы ҡарамағындағы Граждандар башланғысын өйрәнеү үҙәге етәксеһе Эльдар Нуретдинов раҫлауынса, йыйылыштарҙа ҡатнашыусылар һаны арта барһа ла, халыҡтан аҡсалата ярҙам кәмей, сөнки урындағы хакимиәттәр һәр кемде өгөтләп йөрөгәнсе, бер нисә спонсор менән генә эшләүҙе ҡулайыраҡ күрә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 296

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 976

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 438

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 447

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 954

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 092

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 453

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 303

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 280

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 428

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 163

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 386