Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортостан – Евразия йөрәге
Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавровтың илдең биш төбәге етәкселәре менән осрашыуында ҡатнашты. Сара Евразия гуманитар хеҙмәттәшлеге мәсьәләләренә арналды. Унда шулай уҡ Алтай, Татарстан, Хакасия һәм Якутия башлыҡтары килгәйне.
Осрашыуҙа Евразия континентында интеграцияның гуманитар өлкәһен үҫтереү йәһәтенән Рәсәй төбәктәренең ҡеүәтен фай­ҙа­ланыу буйынса фекер алыштылар. Сергей Лавров билдә­лә­үенсә, гуманитар хеҙмәттәшлек халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙең һәм цивилизация-ара, конфессия-ара бәхәстәргә юл ҡуймауҙың мөһим факторын тәшкил итә.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең сығышында төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән бер нисә башланғыс тәҡдим итте. Башҡортостан 20 йыл дауамында ЮНЕСКО менән уңышлы хеҙмәттәшлек итә. Респуб­ли­кабыҙҙа фәнни-белем биреү өлкәһендә, шулай уҡ тәбиғи-мәҙәни мираҫты һаҡлау менән бәйле бер нисә мөһим проект тормошҡа ашырыла. Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәр ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде. Шулай уҡ “Башҡорт Уралы” биосфера резерваты ойошторолдо. Тиҙҙән республикала Рәсәйҙә иң тәүге ЮНЕСКО геопарктарының береһе барлыҡҡа киләсәк.
Быйыл июлдә баш ҡалабыҙҙа II Евразия гуманитар форумын һәм “Башҡортостан – Евразия йөрәге: Евразия киңлегендә мәҙәни-ара аралашыу һәм хеҙмәттәшлек” фәнни-ғәмәли конференцияһын үткәреү күҙаллана.
Республика Башлығы шулай уҡ Башҡортостанда ҙур халыҡ-ара саралар үткәреү буйынса киләһе биш йылға иҫәпләнгән план менән таныштырҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 274

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 958

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 420

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 428

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 947

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 091

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 449

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 300

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 276

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 423

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 159

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 384