Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер быуатлыҡ юбилейҙы ҡаршылап
Бер быуатлыҡ юбилейҙы ҡаршылап Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов республикабыҙҙың 100 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек саралары планын раҫланы. Документҡа ярашлы, 2017—2019 йылдар Башҡортостанда юбилей эгидаһы аҫтында үтәсәк.
Хөкүмәт ҡарары менән социаль сәйәсәттәге, мәҙәниәт, сәнғәт, фән, мәғариф, йәштәр сәйәсәте һәм спорт, төбәкте танытыу, нәшриәт эшмәкәрлеге, төҙөлөш һәм инфраструктураны әҙерләү өлкәһендәге саралар билдәләнде. Улар федераль, республика ҡаҙнаһынан һәм бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан финансланасаҡ.
Планға шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған тантаналар, “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — йөҙ инвестиция проекты” эшҡыуарлыҡ акцияһын үткәреү индерелде. Мәғариф ойошмаларында “Башҡортостан Республикаһы тарихы тураһында йөҙ лекция” акцияһы уҙғарыла.
Документта “Евразия йөрәге”, “Берҙәмлек”, “Урал ауазы”, “Өфөлә Шаляпин кисәләре”, “Туғанлыҡ” фестивалдәрен, юбилейға арналған Евразия гуманистик форумын, “Башҡортостан — үҫеш биләмәһе”, “Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя”, Башҡортостан ғаиләләре форумдарын, Рәсәй халыҡ­тарының Йәштәр ассамблеяһы ултырышын, “Изге республика” фестивален, оҫталар аҙналығын, “Нефть һәм газ эшкәртеү-2019” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһын, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыларының Бөтә Рәсәй съезын үткәреү ҡарала. Муниципаль берәмектәрҙә ойош­тороласаҡ сараларға айырым урын бирелә. Планда шулай уҡ республикабыҙҙың баш ҡалаһында Башҡортостан райондары һәм ҡалалары көндәрен үткәреү күҙаллана.
— Төбәк планына республика эшмәкәр­легенең стратегик йүнәлештәре индерелгән. Ул бөтә йәш төркөмдәренең мәнфәғәттәренә ҡағыла. Маҡсатыбыҙ — йәш быуынға тапшырыу өсөн бөтә өлкәләрҙәге ҡаҙаныш­тарыбыҙҙы бергә туплау, — тине респуб­ликаның 100 йыллығына әҙерләнеү һәм уны байрам итеү буйынса ойоштороу коми­тетының яуаплы секретары, Башҡорт­остан Республикаһы министры Руслан Мирсаяпов, күләмле документҡа аңлатма биреп. — Баҫма матбуғатҡа ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, рус һәм инглиз телдәрендә “Башҡортостан Республикаһы” энциклопе­дияһы донъя күрәсәк. Башҡортостандың дәүләтселеге тураһындағы документтар тупланған йыйынтыҡ, “Бер быуатлыҡ юл” китабы нәшер ителәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 150

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 930

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 392

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 078

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 436

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 284

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 265

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 412

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 140

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 369

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Бөгөн Өфөгә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе, Рәсәй Президенты...

Тотош уҡырға 1 159

Нимә ул газон?

Нимә ул газон? 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика парламенты депутаттары газондарҙа, сәскәлектәрҙә, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында...

Тотош уҡырға 1 128