Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дюбелде ҡуллана беләһеңме?
Дюбелде ҡуллана беләһеңме? Төҙөлөш, ремонт эштәрендә нығытыу өсөн ҡулланылған деталдәрһеҙ булмай. Һиҙәһегеҙҙер, хәҙер элекке сөйҙәрҙе яйлап ҡына саморездар, урыны менән дюбель, анкерҙар алмаштыра бара. Уларҙың бер нисәһе тураһында яҙып үтмәксебеҙ.
Дюбель (немецсанан dubel — нығытыу) һайлағанда, ҡағиҙә булараҡ, шундай төп параметрҙарға ҡарайҙар: материалдың ҙурлығы һәм ауырлығы, нигеҙе һәм конструкцияһы (стена, иҙән, түбә), нығытманың төрө. Әгәр нығытыласаҡ предметтың ауырлығын билдәләү ҡыйын икән, ҙур ауырлыҡ тоторлоҡ дюбель һайлайҙар.
Хужалыҡ итеүҙә иң күп ҡулланылған, киң таралғаны стандарт нейлон дюбелдәр. Улар теләһә ниндәй тығыҙ материалға ярай һәм 2-16 миллиметрлы шөрөптәр менән файҙаланыла. Бының өсөн тәүҙә стенала дюбель диаметрына ярашлы тишек тишелә. Ошонда ул артҡа ҡараған “мыйыҡтары” ярҙамында тора. Шөрөптө ныҡлап борғас, әлеге мыйыҡтар стенаға ҡаҙала, ҡыҫыла.
Газобетон өсөн ҡулланылған дюбелдәр ҙә (б) традицион нығытыу элементтарынан тора. Бында материалдың урта өлөшөндәге диаметрҙа тишек тишелә, уға дюбель сүкеш менән һуғып индерелә. Спираль рәүешендә эшләнгән ҡабырғалары ярҙамында торһа, эске шөрөбөн борған һайын нығына бара.
Шулай уҡ рамлы дюбелдәр ҙә була. Улар 60—360 миллиметр оҙонлоҡта сығарыла. Ике төрлө булалар: материалды ҡаты һәм йомшаҡ ергә беркетеү өсөн. Исеме үк тәҙрә, ишек яңаҡтары ҡуйғанда ҡулланылыуы тураһында һөйләй.
Сөй формаһындағы дюбелдәр плинтус, рейкаларҙы беркетеү өсөн файҙаланыла. Тәүҙә материалға тишек тишәһең дә дюбелдең ҡалған өлөшөн иҙәнгә, стенаға ҡағып индерәһең.
Анкер немец теленән тәржемә иткәндә “якорь” тигәнде аңлата. Нығытыу детале стенаға туранан-тура бороп, ҡағып индерелмәй. Тәүҙә дюбель йәки анкер аша ҡуйыла. Әйтергә кәрәк, уларҙың икеһенең дә аныҡ ҡына айырмаһы юҡ. Асылда дюбель анкерҙың еңелсә төрө булып тора.
Ҡағыу юлы менән беркетелеүсе ябай LA, LAH анкерына эске яҡлап һырҙар (резьба) һалынған. Тәүҙә таш, бетон стенаға тишек тишелә, һуңынан анкер ҡуйылып борола. Ошо юл менән нығытыла. Башлыса барлыҡ анкерҙар ҙа ошолай беркетелә.


Автор: Т. МУСИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 147

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 927

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 392

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 078

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 435

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 283

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 263

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 412

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 139

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 368

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Бөгөн Өфөгә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе, Рәсәй Президенты...

Тотош уҡырға 1 158

Нимә ул газон?

Нимә ул газон? 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика парламенты депутаттары газондарҙа, сәскәлектәрҙә, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында...

Тотош уҡырға 1 127