Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәйбәт ашатһаң, улар ҙа буш итмәҫ
Һәйбәт ашатһаң, улар ҙа буш итмәҫ Тауыҡтар аҙыҡ төрләмәй. Шуға ла бирелгән ашлыҡтан тыш та үҙҙәренә ем таба ала. Ләкин был эште ҡоштарҙың үҙҙәренә генә ҡайтарып ҡалдырмай, өҫтәмә ризыҡ та әҙерләү мөһим. Йомортҡа, ит бик күп файҙалы матдәләрҙән тора. Дөрөҫ туҡландырһаң, йыл әйләнәһенә улар ҙа буш ҡалмаҫ. Өҫтәмә туҡландырыуға аҡһым, май, углеводтар, витамин һәм минераль матдәләргә бай аҙыҡтар инә.
Аҡһым
Ҡош ите, бигерәк тә йомортҡаһы аҡһымға бай. Әгәр бирелгән ашламаларында ул тейешле кимәлдә булмай икән, тауыҡтар уны бер ҡайҙан да тапмай. Бигерәк тә ҡыш көндәрендә. Аҡһым үҫемлектән, малдарҙан алынған ризыҡта була. Икенсеһендә бигерәк тә файҙалыраҡ, сөнки уларҙа күпләп аминокислоталар барлыҡҡа килә. Ундай аҙыҡтарға барлыҡ һөт ризыҡтары инә. Балыҡ сәнәғәте, ит комбинаттары ҡалдыҡтары ла ифрат күп аҡһым тәшкил итә. Үҫемлектән алынған аҡһымлы аҙыҡтарҙан көнбағыш, соя, борсаҡ һәм башҡа ҡуҙаҡлылар ҡалдыҡ­тарын бирергә мөмкин.
Майҙар
Улар ҡош тәненең йылылығын тәьмин итә. Шуға ла калориялы ашты ҡыш күберәк бирергә кәрәк. Бынан тыш, йомортҡа һалыуҙа, себештәрҙең үҫеүендә, иттең тәмен яҡшыртыуҙа майҙарһыҙ булмай. Аҙыҡтарҙан кукуруз менән һоло алмаштырғыһыҙ.
Углевод
Башлыса крахмал, шәкәр күп булған аҙыҡтар инә. Углеводтар организмдың эске ағзаларының, мускул системаһының эшләүенә булышлыҡ итә, энергия сығанағы булып тора. Углеводтарға бигерәк тә сөгөлдөр, кишер, картуф, ҡабаҡ бай. Шул уҡ ваҡытта был аҙыҡтарҙы күпләп биреү ҡоштарҙы һимертергә мөмкин. Ит өсөн тотолғандарға ярап ҡалһа ла, йомортҡа һалыусылар өсөн артығы кәрәкмәй.
Минералдар
Минераль матдәләр аҙыҡтың төп өлөшөн тәшкил итә. Улар етешмәгән хәлдә ҡоштарҙың тәнендә үҙгәрештәр барлыҡҡа килә, ауырыуҙарға тиҙ бирешәләр. Әгәр ҙә тауыҡтар иркендә йөрөһә, башлыса минералдарҙы ерҙән таба. Организмы нимә талап итә, шуны ашай. Әгәр ҙә ситлектә, бикле һарайҙа тотолһа, кәм тигәндә кальций, фосфор, калий менән тәьмин итергә кәрәк. Кальций (Са) — ҡоштарҙың һөйәгенә, йомортҡаның ҡабығына мөһим булған матдә. Ул һөйәк ононда, аҡбурҙа, ағас көлөндә, йомортҡа ҡабығында, ҡабырсаҡтарҙа була. Ҡушымта рәүешендә иҙмәгә өҫтәргә кәрәк.
Фосфор (Р) шулай уҡ ҡоштарҙың һөйәген нығытырға, үҫешенә кәрәк. Бынан тыш, ул организмдың башҡа матдәләрен һеңдерергә булышлыҡ итә. Фосфор һөйәк ононда күпләп була. Шулай уҡ монокальцийфосфат, дикальций фосфат, фосфорин һымаҡ матдәләр һатыла.
Натрий (Na) аҙыҡ алмашыуына булыш­лыҡ итә. Төп сығанағы — аш тоҙо, ләкин уны күпләп бирергә ярамай. Шуға ла тоҙҙо көнөнә ҡош башына бер грамм иҫәбенән һалалар.
Витаминдар
Был һүҙ vita тигәндән, беҙҙеңсә “ғүмер”­ҙән алынған, йәғни ғүмер биреүсе матдәләр. Аҙыҡта һиҙелерлек тә булмай­ҙар, ләкин уларһыҙ ҙа мөмкин түгел. А, В, Д витаминдары етешмәһә, ҡоштарҙа авитаминоз ауырыуы башлана: үҫеше тотҡарлана, рахит башлана, инфекцияға тиҙ бирешә, тиҙ һалҡын тейә.
А витаминын “үҫеш витамины” тип йөрөтәләр. Ул аҙ булһа, ҡоштарҙың үҫеше тотҡарлана. А витаминына ҡуҙаҡлы куль­тураларҙың япраҡтары, һабаҡтары, кәбеҫтә, кишер, кукуруз, ҡабаҡ, кесерткән, бәпембә бай.
Д витамины организмға башҡа минераль матдәләрҙең таралыуына, һеңеүенә булышлыҡ итә. Етешмәһә, рахит (һөйәк­тәрҙең ҡыйшайыуы, үҫешмәүе) барлыҡҡа килә. Д витаминының төп сығанағы — балыҡ майы, ҡоро сүпрә (дрожжи). Ҡышын балыҡ майын иҙмәгә тәүлегенә ҡош башына 1,5 грамм иҫәбенән һалалар. Йәйен иркендә йөрөгән тауыҡтар витаминды ҡояш нурында үҫкән үҫемлектәрҙән ала.
В витамины етешмәһә, фалиж һуғыу осрағы барлыҡҡа килә, йоморт­ҡаһынан себештәр сыҡмай. Витамин сүпрәлә, һөт ризыҡтарында, балыҡ ононда, шытты­рылған бойҙай, һоло, арпала күп була. Шулай уҡ ҡышын силос биреү ҙә файҙалы.


Автор: Т. МУСИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 1 213

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 1 106

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 866

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 786

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 329

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 174

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 150

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 253

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 212

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 168

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Бөгөн Өфөгә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе, Рәсәй Президенты...

Тотош уҡырға 196

Нимә ул газон?

Нимә ул газон? 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика парламенты депутаттары газондарҙа, сәскәлектәрҙә, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында...

Тотош уҡырға 169