Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәтерләүе еңел: бер, бер, ике
Хәтерләүе еңел: бер, бер, ике Күптәр “Ҡотҡарыу хеҙмәте 112” тигәнде ишетеп кенә беләлер. Ғәмәлдә был муниципаль ҡаҙна учреждениеһы байтаҡ йылдар эшләп килә һәм, телефондан 112 һанын йыйып, “ҡотҡарығыҙ!” ауазы сығыу менән ярҙамға сығып китергә әҙер. Ошо көндәрҙә был хеҙмәттең мәғлүмәт-диспетчер үҙәгендә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе тиҙ арала бөтөрөү сараларына арналған күнекмә үткәрҙеләр.
– Быйыл 2 июлдә булған штаттан тыш хәл – беҙҙең республикала һәм уның тирәһендәге ҡайһы бер төбәктәрҙә миллиондарса кешенең кинәт электр утынан мәхрүм ителеүе ошо өлкәләге белгестәр өсөн ҙур һабаҡ булды, – тине Өфө ҡалаһы ҡала округы хаки­миәте башлығының беренсе урынбаҫары, баш ҡаланың ғәҙәттән тыш хәлдәр комис­сияһы рәйесе, берлектәге күнекмәләрҙең етәксеһе Салауат Хөсәйенов. – Әгәр ҙә ул ҡышҡы һыуыҡтарға тура килһә, эҙемтәләр тағы ла насарыраҡ булыр ине.
Күнекмә Өфөлә электр утының өс сәғәткә һүнеп тороу ихтималлығын тик­шер­ҙе. Был осраҡта ҡала тормошон тәьмин итеп тороусы ойошмалар нимә эшләй аласаҡ? Берҙәм энергетика системаһының Башҡортос­тан төбәк диспетчер идара­лығы директоры Андрей Коротков, “Башҡортостан генерациялау компанияһы” йәмғиәтенең баш инженеры Владимир Кремер, “Өфө­водоканал” предприятие­һының генераль директоры Асҡар Фәйзуллин, айырым предприятиелар вәкилдәре һәм башҡалар ошондай шарттарҙа күреләсәк саралар тураһында ентекле һөйләне. Өфөнөң йылылыҡ селтәрҙәре етәксеһе Максим Петров әйтеүенсә, ҡышҡы селлә булғанда ла ҡаланың был тармағы өс сәғәт буйы йорттарҙы һыуытмай тора аласаҡ. Ә бына Өфө элас­томер материалдар һәм конструкциялар заводы цехтар­ҙағы йылыны ике сәғәттән дә оҙағыраҡ һаҡлай алмая­саҡ.
Күнекмә барышында Өфө ҡала электр селтәр­ҙәре буйынса 11 бригада­ның, 14 берәмек техниканың авария урынына юлланырға әҙер икәнлеге асыҡланды. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтө­рөү системаһының айырым иғтибар үҙәгендә булған объекттарға (дауаханалар, балалар баҡсалары һ.б.) тиҙ арала күсмә электр станциялары барып етәсәк.
– Авария эҙемтәләрен бөтөрөү – ҡотҡарыу хеҙмәте буйынса белгестәрҙең эше, әммә һәр предприятие етәк­сеһе электрһыҙ тороп ҡал­ған ваҡыт эсендә ниндәй ашығыс саралар күрергә икәнен аныҡ белергә бурыслы, – тине Салауат Хөсәйе­нов.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 296

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 976

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 438

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 447

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 954

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 093

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 453

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 303

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 280

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 428

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 163

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 386