Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Имәндәй көслө, тиҙәр
Имәндәй көслө, тиҙәр, таҙа-һау ир-азамат хаҡында. Ысынлап та, был әйтемде кешенән ағасҡа күсерһәң, унан да ныҡлы ағас яҡын-тирәбеҙҙә юҡ.

Беҙҙең яҡта үҫкәндәрен ябай имән тип йөрөтәләр. Русса уны “обыкновенный” тиҙәр, икенсе төрлө атамаһы – “черешковый”. Уныһы инде сәтләүегенә бәйле. Имән сәтләүе­генең оҙон “аяҡтары” бар, йәғни, русса әйткәндә, “черешки”.
Әйткәндәй, ул ағас Көньяҡ Уралға табан һирәгәйә барып, Себер тарафтарында бөтөнләй күренмәй, йәғни имәндең таралыу даирәһе – Пиреней ярымутрауынан башлап Уралға тиклем.
Белгестәр фекеренсә, имән башлыса 250 йәшкә етә, хатта оҙонораҡ ғүмерле лә була. Яҡтылыҡты ярата. Шырлыҡта ул бүтән ағастарҙан бер башҡа оҙонораҡ булырға тырыша. Урманда төп-төҙ булып үҫһә, асыҡлыҡта ирәйеп, иркенләп китә, көслө ботаҡтарын тармаҡландырып ебәрә. Йәш үҫентеләр, яҡтылыҡ эҙләп, “кәүҙәләрен” миҙгел эсендә әллә нисәмә тапҡыр борғолай. Шуға оло ағастарҙың олононда, ботаҡта­рында “борғоланыу” эҙҙәрен күрергә мөмкин.
Йәш үҫентеләрҙең, ботаҡтарҙың ҡабығы шыма, йәшкелт-ҡыҙыл төҫтә, ә олоһоноҡо – ҡараһыу. Олононоң ҡабығы ҡытыршы, әйтерһең дә, ярғыланып бөткән. Ағас ни тиклем ҡарт булһа, бураҙналары, һырҙары ла шул тиклем тәрәнерәк.
Имән май айында япраҡ яра, ләкин улар башҡа ағастарҙыҡынан ике аҙна самаһы һуңыраҡ күренә. Бының сәбәбен йылы яратыуына бәйләйҙәр. Шулай итеп ул һуңғы ҡырауҙарҙан япраҡтарын һәм сәскәләрен ҡурсалай. Әйткәндәй, сәскәһе япраҡ менән бергә ата. Көҙөн иһә имән япраҡтарын ауыр ҡоя. Һарғайып һәм кибеп ҡыш та елберләп тороуын күрергә мөмкин. Сәскәгә килгәндә, уның атаһы ла, инәһе лә айырым була.
Имән орлоғо – сәтләүеге – сентябрь-октябрҙә өлгөрә. Уларҙың оҙонлоғо – ике-өс сантиметр. Өлгөргән орлоҡ һоро төҫкә инә. Бер сәтләүектә күпселектә ул берәү генә була, бик һирәк кенә – ике йәки өс. Орлоҡтоң иң күп сағы өс – ун йылға бер тура килә. Был инде йылдың нисек килеүенә бәйле. Сәскә атҡан осорҙа ҡаты ҡырауҙар торһа, орлоҡ та була.
Имәндең тамырҙары ныҡлы. Ошо тиклем мәғрур олондо тотоп тороу өсөн ниндәй көс кәрәклеген күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Сәтләүектән иң башта үҙәк тамыр бүртеп сыға. Тәүге йылда уның оҙонлоғо 50 сантиметрға етергә мөмкин. Тамыры олонона ҡарағанда тиҙерәк үҫә. Был, әлбиттә, тәүге бер нисә йылда ғына шулай була. Билдәле бер тәрәнлеккә еткәс, ағастың олоно нығына башлай. Уның үҫеше 30 – 50 йылға тиклем күҙәтелә.
Шытым тәүге йылдарҙа тиҙерәк үҫһә лә, һуңғараҡ ул бер йәйҙә 1-1,5 сантиметрға ғына ҡалҡа. Үҙәк өлөшөнөң осо ҡорой. Уның ҡарауы, ике яҡлап ботаҡтар сыға. Ошо хәлдә үҫенте 10 – 12 йыл ултырырға мөмкин. Һуңынан ғына “ағас төҫөнә” инә башлай: тармаҡлана, олоно үҫешә. Әйткәндәй, имән орлоҡтан ғына таралмай. Әгәр ағасты киҫһәң, уның “йоҡосо” бөрөләре уяна, һәм төп эргәһендә ике-өс үҫенте килеп сыға. Олон юҡ, ә тамыр әлеге үҫентеләргә ғүмер бирә. Уларҙы “һыу эйәләре” тип йөрөтәләр. Япраҡтары ҙурыраҡ һәм йомшағыраҡ була. Олондары ла орлоҡтан сыҡҡан­дарына ҡарағанда көсһөҙөрәк.
Имәндең файҙалы яғы бик күп, ҡулланыу йәһәтенән дә ул – алмаш­тырғыһыҙ ағас. Йәш ботаҡтарынан яһалған миндектең бик шифалы икәнлеген барыбыҙ ҙа белә. Шулай уҡ йәш ботаҡ ҡабығын эс ауырт­ҡанда, малдың эсе киткәндә файҙаланалар. Олонон борондан төҙөлөштә ҡулланғандар. Унан тәгәрмәс, һуҡа, һабан яһағандар. Археологтар хатта имәндән эшләнгән ҡоралдар ҙа тапҡан. Хәҙерге Өфө урынында Имәнҡала булғанлығын, Мең ырыуының ағасы имән булыуын иҫкә төшөрөү ҙә күп нәмә тураһында һөйләй.
Бөгөн дә имән төҙөлөштә күп ҡулланыла. Ә урман йәнлектәренә, ҡоштарына күпме аҙыҡ бирә ул! Уның сәтләүеге менән сысҡандар, ҡабандар, мышылар, айыуҙар туҡлана, башҡа бик күптәр ҡышҡы­лыҡҡа аҙыҡ һәм май туплай.
Халҡыбыҙ ғаиләһенә, туғанда­рына һәм халҡына ҡалҡан булырҙай ир-егеттәрҙе юҡҡа ғына имәнгә тиңләмәй икән шул!


Автор: Т. МУСИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 308

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 991

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 461

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 464

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 965

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 097

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 457

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 309

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 283

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 443

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 170

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 392