Ҡараңғылыҡтағы тылсымлы нур30.08.2013
Башҡорт киноһының киләсәге бармы?

“Кино килгән! Кино!..” Бала саҡтағы ошо шатлыҡлы ауаз әле лә ҡолаҡ төбөндә ишетелгәндәй. Ауылға кино килтерһәләр, бер байрам була торғайны. Иң беренсе киномеханик дәрәжәһен белеп кенә, ауылдар буйлап йөрөп, иғлан элеп сыға. Осраған һәр кешенең ауыҙында бер һүҙ: “Киноға бараһыңмы?” Беҙ, малайҙар, магазинға йомортҡа тапшырып йыйған 20 тинебеҙҙе күптән кеҫәлә шалтыратып, кис төшкәнен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Ниһайәт, кемдәрҙер, ултырғысын күтәреп, клуб яғына йүнәлә. Беҙгә ултырғыс кәрәкмәй, урыныбыҙ иң алда — иҙәндә. Бына тылсымлы нурҙар ағыла, һәм беҙ мөғжизәләр донъяһына сумабыҙ...
Бөгөн кино менән кешене аптыратып булмай. Телевизорҙан да, Интернет аша ла йәнең теләгәнен ҡарай алаһың, сериалдарҙан хатта биҙрәп бөткәнбеҙ. Ләкин башҡорт телендәге фильмдар ҡуйылһа, бер танһыҡ булып ҡала. “Салауат Юлаев”, “Бөртөкләп йыйыла алтын”, “Ауыл өҫтөндә йәйғор”, “Еңмеш”, “Ай ҡыҙы”, “Ел аулаусы” кеүек фильмдар кемдәрҙең генә күңеленә хуш килмәне икән. Әлбиттә, башҡорт кинолары әлегә бармаҡ менән һанарлыҡ. Шулай ҙа республикабыҙҙа кино сәнғәтенең нурлы киләсәге булырына өмөт итеп, бөгөн ошо өлкәлә ҡайнап йәшәгән кинорежиссерҙар Булат Йосопов, Айсыуаҡ Йомағолов, Айнур Асҡаров һәм “Башҡортостан” киностудияһының әҙәбиәт бүлеге мөхәррире Зөһрә Бураҡаева менән һөйләшеп алырға булдыҡ.

— Осрашҡанда иң беренсе хәл-әхүәл һорашалар. Һеҙ барығыҙ ҙа — кино сәнғәте әһелдәре, һорауҙы ошолай ҡуйһаҡ дөрөҫөрәк булыр: бөгөнгө башҡорт киноһының хәле нисек?
Зөһрә Бураҡаева:
— “Башҡортостан” киностудияһының хәле бер ҡасан да маҡтанырлыҡ булманы, ә инде һуңғы осорҙа бөтөнләй бөлдө тип әйтергә була. Бүленгән аҡсаны коммуналь хеҙмәттәргә, эш хаҡына осон-осҡа ялғап ҡына еткерергә мөмкин, фильмдар төшөрөү буйынса проекттарға аҡса юҡ, тартып-һуҙып “студент” кимәлендәге эштәр менән шөғөлләнергә тура килә.
Юрғанға ҡарап аяҡ һуҙһаҡ та, тартынмай кеше күҙенә күрһәтерлек уңыштарыбыҙ ҙа бар, Рәсәй кимәлендә үткән төрлө фестивалдә ҡатнашабыҙ. Әлбиттә, Башҡортостандың мөмкинлеге ҙур, бына тигән йәштәребеҙ үҫеп килә, финанс йәһәтенән ярҙам булғанда, маҡсаттарға өлгәшергә форсат тыуасаҡ. Бөгөн гранттар алырға була.
Киностудияға Высотный урамындағы ике торлаҡ йорттоң беренсе ҡатынан бүлмәләр, Затондан ангар бирелде.
— Булат, грант алған кеше булараҡ, ошо хаҡта һин нимәләр әйтер инең?
Булат Йосопов:
— Башҡортостандың кино сәнғәтен үҫтереү, грант — икеһе ике төрлө нәмә. Грант дәүләт тарафынан ҡыҙыҡлы тип табылған ниндәйҙер проектты тормошҡа ашырыу өсөн бер тапҡыр бирелә. Нимә генә тиһәк тә, кино сәнғәтен үҫтереү буйынса киностудияның үҙ концепцияһы булырға тейеш. “Башҡортостан” киностудияһында иң оҙаҡ эшләгән кешеләрҙең береһе булараҡ әйтәм: Башҡортостанда кино сәнғәте үҫешәсәгенә һәм уға дәүләт тарафынан ярҙам буласағына шигем юҡ.
Айсыуаҡ Йомағолов:
— Булат, беҙҙә кино сәнғәте үҫәсәк, буласаҡ, тиһең. Был тиклем инаныс ҡайҙан килә? Бәлки, һиндә ниндәйҙер мәғлүмәт барҙыр?
Булат Йосопов:
— Нисек кенә булмаһын, беҙҙең киләсәк кино менән бәйле. Ниндәй юлдан барырға, нимәләр эшләргә — бына ошоларҙы асыҡларға кәрәк. Әйтәйек, теге йәки был фильмды төшөрөү буйынса дәүләт тарафынан һорау юҡ әлегә. Ошо юҫыҡта кино сәнғәте әһелдәре дәүләт етәкселеге менән бергә эш алып барырға тейеш. Мин, мәҫәлән, йыл ярым элек республикабыҙҙа кино сәнғәтен үҫтереү буйынса концепция төҙөгәндә, беҙ аҡса эшләй алмаясаҡбыҙ, сөнки инфраструктура юҡ, тип яҙғайным. Ләкин теге йәки был һөнәр кешеһенең гүзәл образын тыуҙырып, рухи йәһәттән файҙалы эш башҡара алабыҙ бит. Ни өсөн беҙҙә юлдар насар, төҙөлөштә етешһеҙлектәр күп, коррупция сәскә ата? Сөнки яҡшы белгестәр, үҙ эшенә бирелгән кешеләр юҡ. Ошо йәһәттән заман кешеһен тәрбиәләүҙә кино сәнғәтенең мөмкинлеге ҙур. Экранда күрһәтелгәндәр тормошҡа күсә барасаҡ.
Әгәр кино төшөрөүселәр ошо юлдан бара икән, бының изге эш булыуын етәкселек тә күреп, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торор ине.
Айсыуаҡ Йомағолов:
— Миңә ҡалһа, бындай хәлдең Совет осоронда ғына булыуы мөмкин ине. Кинематографияны модернизациялау буйынса концепциялар Кинематографистар союзынан да, киностудиянан да булды, бына, Булат, һин дә яҙғанһың. Уларҙың барыһы ла республика етәкселегенең өҫтәленә барып ятты, ләкин бер ниндәй сара күрелмәне. Йәғни Мәҙәниәт министрлығы тарафынан, был йәһәттән уйлайбыҙ, эш алып барыла, тигәнерәк әҙәпле генә яуап булды. Ҡыҫҡаһы, улар беҙҙең тәҡдимдәргә мохтаж түгел, нимә эшләргә кәрәклеген үҙҙәре белә.
Әйтәйек, республикала кино сәнғәтен үҫтереүгә 1,5 миллион һум самаһы аҡса бүленә. Тауыҡ көлөрлөк бит. Шулай уҡ Мәҙәниәт министрлығы тарафынан кино сәнғәтен үҫтереү буйынса комиссия төҙөлдө. Ләкин быларҙың барыһы ла “беҙҙә эш бара” тип әйтеү өсөн генә башҡарылған һымаҡ.
Ғөмүмән, Башҡортостанда кино сәнғәтен үҫтереү буйынса аныҡ ҡына бер ниндәй ҙә концепция юҡ һәм бер ниндәй ҙә эш алып барылмай.
Булат Йосопов:
— Мәҙәниәт министрлығында эш алып барылмай, тип мин кемдәргәлер ғәйеп ташларға теләмәйем. Эйе, хәлде үҙгәртергә кәрәк. Ләкин, аҡса юҡ, тип мыжып ултырырға түгел. Берәү ҙә килтереп тоттормаясаҡ. Үҙемдән сығып әйтәм, мин 2004 йылда киностудиянан киттем, сөнки уның концепцияһы менән риза булманым.
Аҡса юҡтан ғына килеп сыҡмай. Башта идея тыуа, проект, бизнес-план төҙөлә, эш башҡарыла, һуңынан ғына аҡса тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Проектың бар икән, рәхим ит, ҡыҙыҡһындыр, аҡса тап, эшеңде еренә еткер... Әгәр проектың килем килтерә алмай икән, тимәк, үҙең ғәйепле... Был — заман талабы. Күктәге торнаға ымһынма, ҡулыңдағы турғайҙы ысҡындырма, тиҙәр. Күп сығым талап итмәгән фильмдарҙан башларға кәрәк. Кисә “Мой парень — псих” тигән фильм ҡараным. Ҡатын-ҡыҙ роле өсөн “Оскар” алған. Ә бит фильм башынан аҙағына тиклем ябай ғына фатирҙа төшөрөлгән.
Зөһрә Бураҡаева:
— Беҙҙә, мәҫәлән, Рома Кәримов бер миллион һумға төшөрөлгән фильмы менән фестивалдә ҡатнашты.
Булат Йосопов:
— Эйе. Беҙгә лә үҙебеҙҙе күрһәтергә кәрәк. Арзан таҫмаға ла бына тигән фильм төшөрөп була. Бына Айнур 30 мең һумлыҡ фильм төшөрҙө, ә 50 илдән килеп ҡаранылар. Ябай ғына итеп әйткәндә, Айнур бәлә һалып, кемдәндер ярҙам көтөп ятмай, үҙ “машинаһын” үҙе көйләй. Һәр хәлдә, уның зарланғанын ишеткәнем юҡ.
Айнур Асҡаров:
— Шулай ҙа кино сәнғәтенә беҙҙә иғтибар юҡлығын инҡар итеп булмай. Күңелдә шундай тойғо бар: кино сәнғәтен үҫтереүгә һиҙелерлек ярҙам булырға тейеш.
Булат Йосопов:
— Ни өсөн кемдер нимәлер тейеш әле?!
Айнур Асҡаров:
— Мин үҙ-ара мөнәсәбәттәр хаҡында әйтәм. Һин ниндәйҙер дөйөм эш башҡараһың икән, ҡаршы яҡтан яуап та булырға тейеш. Миҫал өсөн, һиңә көн һайын берәү һөт килтерә, һин рәхмәт әйтә белергә тейешһең, ә һауынсының бурысы шул тип ҡарарға түгел.
Зөһрә Бураҡаева:
— Тейеш, тейеш түгел... Урынһыҙ бәхәс был, егеттәр. Башҡорт кеүек көслө, бай тарихлы халыҡтың кино сәнғәте, бер һүҙһеҙ, йәшәргә хаҡлы. Йәштәр өсөн кинонан да көслөрәк пропаганда юҡ. Улар, китап уҡымаһа ла, кинофильмдарҙы ҡарай, шуларҙан фәһем ала, һығымта яһай, донъяға ҡарашы формалаша. Хәҙер күп кенә төбәктәрҙә аҙ бюджетлы фильмдар төшөрөү юлын һайланылар. Үзбәкстанда, мәҫәлән, йәштәр сит ил киноларына түгел, үҙҙәрендә төшөрөлгән фильмдарға йөрөй.
Беҙҙә төшөрөлгән “Еңмеш” фильмына 300 мең һум аҡса һалынды. Был кино сәнғәте өсөн ҙур аҡса түгел, ә ниндәй күркәм фильм барлыҡҡа килде.
— Айнур, был һорауҙы һиңә бирәйек. Беҙҙең фильмдарҙы сит илдәргә сығарыу өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?
Айнур Асҡаров:
— Бөтә шарттар ҙа бар, минеңсә. Иң мөһиме — аҡса кәрәк. Үҙебеҙҙең киностудия бар, теләк булғанда, сит илдәргә лә сығып була. Әлегә фестивалдәрҙә ҡатнашабыҙ, коммерция йәһәтенән маҡсаттар юҡ.
Эш һаман аҡсаға барып төртөлә тип ғәжәпләнмәгеҙ. Беҙ бына яңы фильм төшөрә башланыҡ. Күп тигәндә лә 150–200 мең һум самаһы аҡса талап ителә. Ләкин уныһын да таба алмайбыҙ әле.
Зөһрә Бураҡаева:
— Былтыр киностудияға 500 мең һум ғына бүленде, уныһы ла коммуналь хеҙмәттәргә, эш хаҡын түләүгә тотонолдо. Кемде ҡыҫҡартып була, ҡыҫҡартып бөттөләр, күп булһа, ете-һигеҙ кеше тороп ҡалғанбыҙҙыр. Йылдар буйына тупланып килгән команда юҡҡа сығып бара, тип әйтһәк тә була. Әлбиттә, эшебеҙҙә яңы алымдар ҡулланырға тырышабыҙ. Режиссерҙарҙың эше булһа — түләнә, булмаһа — юҡ. Яңы бинаға күсһәк, коммуналь хеҙмәттәргә сығымдар кәмер тип торабыҙ.
— Хәҙер донъяны кино баҫып алды, тип әйтһәк тә хата булмаҫтыр. Телевизорҙа ниндәй каналды асһаң да фильм артынан фильм... Бына ошондай шарттарҙа милли киноның кәрәге ҡаламы?
Айсыуаҡ Йомағолов:
— Бая әйтеп кителде инде, башҡорт халҡының үҙ мәнфәғәттәрен яҡтыртҡан, уны борсоған мәсьәләләрҙе күтәргән милли киноһын ҡарарға тулы хаҡы бар. Ул башҡорт телендә булырға һәм унда башҡорт артистары уйнарға тейеш. Кино — ул милли мәҙәниәтте һаҡлауҙа көслө ҡорал!
Булат, бына һин, берәү ҙә беҙгә тейеш түгел, тиһең. Хөкүмәт — халыҡҡа тейеш! Халыҡ үҙенә һәйбәт йәшәү шарттары тыуҙырыр өсөн дәүләтте булдырған, һалым түләй. Тимәк, дәүләт халыҡ мәнфәғәтен яҡларға бурыслы. “Башҡорт телендә кино ҡарарға теләйһеңме?” — тип теләһә ҡайһы башҡорт кешеһенән һора, “эйе” тип әйтәсәк. Ә ни өсөн етәкселек быны ишетмәҫкә тейеш һуң?
Булат Йосопов:
— Башҡортостан киностудияһында башҡортса фильм төшөрөрлөк бер сценарий ҙа юҡ. Мин, мәҫәлән, күптән сценарий көтәм. Әгәр сценарий бар икән, уның буйынса фильм төшөрөү юлдарын эҙләргә булыр ине. Беҙгә мәсьәләне ошонан башларға кәрәк: ҡайҙа сценарий?
Айсыуаҡ Йомағолов:
— Ҡуйылыры билдәһеҙ булған сценарийҙы кем яҙып ултырһын. Кемгә кәрәк ул!? Әгәр киностудия авторҙарға заказ бирһә, бына тигән сценарийҙар яҙылыр ине.
Булат Йосопов:
— Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә ғәйеп ташлашмайыҡ. Киностудия бар. Был бик һәйбәт! Конкурстар ойошторолоп тора. Эште үҙебеҙҙән башларға кәрәк, бөтә бәләне Хөкүмәткә япһарып ҡалдырмайыҡ. Теләнсе шикелле ҡул һуҙып ултырыуҙан бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Барайыҡ киностудия директорына, Мәҙәниәт министрлығына, тәҡдимдәребеҙҙе әйтәйек.
Айсыуаҡ Йомағолов:
— Беҙҙә сценарий яҙыусылар бар ул. Тимербулатов, Бураҡаева, Шәкүрова, Бүләков... Тағы ла бер нисә исемде атарға була. Кем уларға сценарий яҙырға заказ биргән? Бер кем дә. “Төньяҡ амурҙары” фильмын төшөрөү өсөн киностудия сценарийҙар конкурсы иғлан итте, 20 мең түләргә вәғәҙә бирҙе. Уйлап ҡарағыҙ, ниндәй сценарист 20 мең өсөн шундай киң ҡоласлы тарихи темаға сценарий яҙырға тотонһон инде.
— Халыҡтың рухын күтәрә торған “Салауат Юлаев” кеүек фильмдар төшөрөп буламы хәҙер?
Зөһрә Бураҡаева:
— Беҙгә әле иртәрәк. Ундай фильмдарҙы төшөрөр өсөн ситтән белгестәр саҡырырға тура киләсәк. Үҙебеҙҙә мөхит булдырырға кәрәк. Бының өсөн, бәлки, сәнғәт академияһында кино актерҙарын әҙерләү бүлеген асырғалыр. Үҙебеҙҙең сит төбәктәргә киткән белгестәрҙе лә йәлеп итергә кәрәк.
Мин үҙем, мәҫәлән, быйыл бер нисә мәктәпкә барып, уҡыусыларҙы продюсер һөнәренә уҡырға өгөтләп йөрөнөм. Барһындар Мәскәүгә, Санкт-Петербургка, уҡыһындар. Шул саҡта ғына юғары сифатлы фильмдар төшөрөү тураһында һүҙ йөрөтөп буласаҡ.
— Башҡорт киноһын үҫтереү өсөн бөгөн нимә эшләргә кәрәк, нимә етмәй, тип уйлайһығыҙ?
Айнур Асҡаров:
— Миңә яңы фильмды төшөрөр өсөн 150 мең һум аҡса етмәй. Шул.
Айсыуаҡ Йомағолов:
— Мин үҫеш булырына шикләнәм, бындай аҙымдар менән алға барып булмай.
Булат Йосопов:
— Ошо осорҙа тыуыуым менән бәхетлемен. Үҙемдең мәктәбем бар, киностудия менән хеҙмәттәшлек итәм. Аҡса мәсьәләһе борсомай мине. Был аҡса күплектән түгел, кәрәк булһа — табам. Миңә барыһы ла етә, тик ҡамасауламаһындар ғына.


Вернуться назад