"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...30.03.2019
Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора.

Ошо көндәрҙә ойошторолған сарала Салауат Юлаев ордены кавалеры, филология фәндәре докторы, яҙыусы Мирас Иҙелбаев, шағирә, тәржемәсе, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты Әнисә Таһирова, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, яҙыусы, журналист Айгиз Баймөхәмәтов, шағирә Фирүзә Абдуллина, шағир һәм композитор Рәмил Сурағолов, Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы ағзалары ҡатнашты.

Квест-уйын рәүешендә барған сарала уҡыусылар – “Арғымаҡ”, яҙыусылар “Иҙел башы” исемле командаларға бүленеп ярышты. Сәләмләү, һорауҙарға яуап биреү, Башҡортостан исеменең һәр хәрефенә уны данлаған һүҙ табыу һәм шиғыр яҙыу, үҙҙәре менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе һөйләү, күҙҙе бәйләп һүрәт төшөрөү һ.б. конкурстарҙа һәр кем ихлас күңелдән, бар тарышлығын, дәртен һалып ярышты. Һөҙөмтәлә “Арғымаҡ” командаһы еңеүсе тип табылды.

Осрашыуҙың икенсе өлөшөндә йыраҡ араны яҡын итеп килгән мәртәбәле ҡунаҡтар сығыш яһаны.
Балаларҙың шиғыр һөйләүе, матур йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барған сара иҫтәлеккә күмәкләп фото төшөү менән тамамланды.


Вернуться назад