Каникул тылсымға бай булмаҡсы23.03.2019
Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды.

Был сара йолаға ингән, йыл һайын яҙғы каникул мәлендә уҙғарыла. Быйыл ул Театр йылына бағышлана.

Сара барышында балалар өсөн театрлаштырылған тамашалар, мини-спектаклдәр, әҙәби уйын дәрестәре, китаптарҙың исем туйҙары, төрлө конкурстар, викториналар ойоштороу күҙаллана.

Аҙналыҡта әүҙем ҡатнашҡандарҙы, күп китап уҡығандарҙы дәртләндереү саралары ла ҡаралған.


Вернуться назад