Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп20.03.2019
Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо көндәрҙә улар менән осрашырға урындағы “Йәйғор” әҙәби түңәрәге ағзалары һәм Ташбулат ағинәйҙәре килеп, әҙәби кисә үткәрҙе.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағирә, сәсәниә Зөлфирә Ҡарағужина әйтеүенсә, улар билдәле әҙиптәрҙең шифаханаға килгәнен ишеткәс үк дәррәү рәүештә улар менән осрашыу теләген белдергән.

Кисәлә шағирә Фирүзә Абдуллинаның күңелгә үтеп инер шиғырҙарын, Рәмил Сурағоловтың йырҙарын, яҙыусы, ғалим Мирас Иҙелбаевтың тәрән фекерле уй-теләктәрен барыһы ла һоҡланып, йотлоғоп тыңланы.

Ташбулат ағинәйҙәренең дәртле таҡмаҡтары, йыр-моңдары сараны тағы ла йәмләп ебәрҙе.

Яҙыусыларҙың Әбйәлил, Белорет райондары мәктәптәрендә уҡыусылар менән әҙәби осрашыуҙары дауам итә.


Вернуться назад