Зәки ӘЛИБАЕВ: “Яҙыусы – рухиәт донъяһының илсеһе”20.03.2019

Әҙәбиәтебеҙ донъяны эпик киңлектә күрә.

Башҡортостан Яҙыусылар союзына нигеҙ һалыу тарихын беләбеҙме? Республикабыҙ тормошонда уның әһәмиәте нимәлә? Яҙыусыға ниндәй сифаттар һәм тойғолар хас? Милли әҙәбиәттең юғарылығы нисек билдәләнә? Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки ӘЛИБАЕВ менән әңгәмәбеҙҙә ошо һәм башҡа һорауҙар сағылыш тапты.

– Яңыраҡ бөтә донъя яҙыу­сылар көнөн билдәләнек...
– Унан тыш та ҡыҙыҡлы даталар бар. Беҙҙең Башҡортостан Яҙыу­сылар союзы 85 йыллығын билдәләй. Милли республикабыҙ барлыҡҡа килгәндән алып, уның тәүге көндә­ренән башлап алғы һыҙыҡта яҙыу­сылар булған. Башҡортостандың тамырҙары – яҙыусылар ижадында. Ул автономия булып форма­лаш­ҡанға тиклем Бабич үҙ ижадында тотош республиканы барлыҡҡа килтергән. Иң мөһиме шунда: Бабич сәйәси хәлдәрҙә ҡатнашһа ла, ҡәләмен ҡалдырмай, йәки һүҙ менән генә көрәшеп ултырмай. Һәләк булырҙан бер нисә көн алда яҙылған “Башҡорт халҡына көйлө хитап” әҫәре – милли республиканың төҙөлөшөндәге үҙәк фигураларҙың береһе Зәки Вәлиди хаҡында.

Ул осорҙа сәйәсәт, әҙәбиәт һәм халыҡ бер бөтөн булып күҙ алдына килә, уларҙы айырып ҡарап та булмай. Яҙыусы бер ваҡытта ла йәмғиәттән айырым йәшәй алмай. Яҙыусы азат булырға тейеш, тигән фекер күп осрай, ләкин тарихҡа күҙ ташлаһаҡ, әҙип бер ваҡытта ла үҙенең туған халҡынан, Тыуған иленән азат була алмай. Бында азатлыҡ нимәгә ҡайтып ҡала? Халҡы, тыуған ере генә кешене яҙыусы яһай, уға илһам бирә. Ерҙә ныҡлы баҫып тора алмайынса, йондоҙҙарға ҡарап шиғыр яҙып булмай. Илһөйәрлек тойғоһо булмайынса, әҫәрҙәр ижад итеү мөмкин түгел.

– Башҡортостандың автономия булараҡ ойошоуы әҙәбиәткә ниндәй йоғонто яһай?
– Республикабыҙ менән бергә өр-яңы әҙәбиәт тә барлыҡҡа килә, замана геройын һүрәтләү өсөн яңы жанрҙар тыуа. 20-се быуаттың башында баллада менән бер рәттән поэма йүнәлеше хасил була, артабан байтаҡ ҡына сәсмә әҫәрҙәр донъя күрә. Афзал Таһиров, Дауыт Юлтый, Төхвәт Йәнәбиҙең роман-повестары яҙыла. Шул йылдарҙағы Яҙыусылар союзының ошо төп көстәре әҫәрҙәр ижад итеп кенә ҡалмай, башҡорт матбуғат сараларын ойоштора. Матбуғат баҫмаларының эше хәҙерге ваҡыттағы һымаҡ ҡоро хәбәр еткереү, теге йәки был ваҡиғаны һүрәтләүгә генә ҡайтып ҡалмай, уның әҙәби йүнәлеше лә була. Балалар, үҫмерҙәр өсөн ойошторолған журналдың күпселек өлөшө әҙәби әҫәрҙәргә арнала.

Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килгәс, китап сығарыу нәшриәттәре үҙ эшен башлай, башҡорт театры хасил була. Ундағы тәүге әҫәрҙәрҙең береһе – Мөхә­мәтша Буранғоловтың “Аш­ҡаҙар” трагедияһы сәхнә өсөн махсус рәүештә яҙыла, халыҡ ижадындағы ваҡиғалар сәхнәгә күсә. Әҙәби процесс ҡайнап тора, һәм һәр йүнәлеш ғәҙәти тормош менән бергә үрелеп бара. ХХ быуат әҙәбиәте идеологик ҡалыптар менән һуғарылған, тип әйтергә яратабыҙ. Юҡ, ул осор әҙәбиәттә – заман һулышы. Яңырыу ҙа, халҡыбыҙҙың йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен байҡау ҙа күҙәтелә. Ул быуат башы – башҡорт һүҙ сәнғәте өсөн юғары күтәрелеш осоро.

– Милли әҙәбиәттең юғары­лығы нимәлә?
– Башҡорт милләте һәр ваҡыт донъяны эпик киңлектә күрә. “Урал батыр” эпосында ла Урал айырым батшалыҡты түгел, ә тотош донъяны афәттән ҡотҡара. Шуның һымаҡ, башҡорт әҙәбиәтендә лә эпик ҡараш өҫтөнлөк итә. Дауыт Юлтыйҙың “Ҡан” романында һүрәтләнгән һуғыш ваҡиғаларында ла был күҙәтелә, автор һуғышты донъя кимәлендәге катаклизм менән сағыштыра. Шиғриәттә лә элек-электән глобаль мәсьәләләр күтәрелеп сыға. Шәйехзада Бабичтың “Ғаззазил” әҫәренең әле һаман төбөнә төшөп, асылын аңлап етеп булмай. Бында – тотош йыһан. Башҡорт һүҙ сәнғәте ХХ быуатта һөнәри кимәлгә аяҡ баҫҡан осорҙа уҡ юғары кимәлдә булған, юғары талаптар ҡуйылған. Бында ваҡлыҡ юҡ. Миңә ҡалһа, хатта ки әҙәбиәттәге комедия жанрында ла кешенең тышҡы ҡиәфәтенән түгел, донъяның етешһеҙлегенә ҡарап ауыҙ йырыла.
Быға миҫал итеп Сәғит Агиштың “Артистар” хикәйәһен алыр инем. Бында юмористик ваҡиғаның артында милли фиғелдең асылы һүрәтләнгән. Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романында әҙибәнең юғары фекер йөрөтөүен күрәбеҙ. Ул илде үҙгәртеп ҡороу, кешенең үҙ-ара мөнәсәбәтен һүрәт­ләгәндә ваҡланмаған. Әҙәбиәте­беҙҙең нигеҙендә төрлө ваҡлыҡ­тарҙан азат булған, ирекле фекерле, һәр ваҡыт үҙе булып ҡала белгән, милли йөҙөн юғалтмаған ижад тора.

– Ә бөгөн?.. Хәҙерге заман ҡәләм әһелдәре ижадында ошо юғарылыҡ күҙәтеләме?
– Барыһына ла дөрөҫ баһаны тик ваҡыт билдәләй. Ваҡыт иләгенән үткән әҫәрҙәр генә тарихта тороп ҡала. Бөгөн Яҙыусылар союзында 270 ағза бар икән, ошо һан туранан-тура сифатҡа тура килмәһә лә, традициялар дауам итә. Хәҙер ҙә ысын шағир, ысын яҙыусы үҙенең халҡынан, еренән, булмышынан айырылмаған. Ул халҡы менән бергә тын ала, хатта уйы менән унан алдараҡ бара. Мәҫәлән, Рауил Бикбаевтың “Хазина” поэмаһында бик ҡәҙерле йорт ҡалҡып сыға. Уны беҙҙең дөйөм йортобоҙ тип аңлаһаҡ, автор ошо йорт янып китһә, тигән һорау ҡуя, экологик мәсьәләне күтәреп сыға. Быны бөгөн Сибайҙағы барған хәл-ваҡиғалар менән сағыштырып була.

Ә поэма бынан өс йыл элек яҙылған. Шул уҡ Рауил Бикбаевтың үткән йылдың аҙағында ғына тамамлаған “Һуңғы төн” поэмаһын алайыҡ. Ундағы хафалы, фажиғәле мәлдәрҙә бөгөнгө көн ауазы ла бар. Әҫәрҙең төп геройы Бабич кисергән ХХ быуат ваҡиғалары әле лә беҙҙе борсой.
Шағирҙар ижадына килгәндә, уның лирик геройы уйында ла Урал тауы бейеклеге сағыла, шул бейеклектәге ҡояш нурҙарын тойорға була. Проза өлкәһен ҡарағанда, хәҙерге заманда сәсмә әҫәрҙәрҙә мифология күҙәтелә. Мөнир Ҡунафин повестарында, Гөлсирә Ғиззәтуллина новеллаларында, Әмир Әминев әҫәрҙәрендә бөгөнгө көн мәсьәләләре төрлө яҡлап яҡтыртыла.

Сәхнә әҫәрҙәренә килгәндә, бында Флорид Бүләковтың ижадын телгә алмау мөмкин түгел. Уның “Бибинур, ах, Бибинур!”ында ҡатын менән ир араһындағы ябай мөнәсәбәттәр түгел, ә донъялыҡ тотҡаһы булған кешелек мөнәсәбәттәре ябай итеп һүрәтләнеп бирелә. Быларҙан сығып, әҙәбиәттә бая телгә алған юғарылыҡ һаҡлана, тип әйтергә мөмкин.

– Сәхнә әҫәре, тигәндәй... Башҡорт әҙәбиәтендә драматургия жанры бөгөн ни хәлдә?
– Был әҙәби төр шул тиклем үҙенсәлекле һәм күп көс талап итә. Ошо жанрҙағы әҫәрҙәрҙе сәхнәгә сығарыу өсөн тел байлығы тейешле кимәлдә булырға тейеш. Беҙҙең башҡорт халҡы мәҡәлдәр ҡулланып һөйләшергә ярата, сәхнә әҫәрҙә­рендәге һөйләшеүҙәрҙә лә кинәйә ярылып ятһын, сөнки барлыҡ сәхнә әҫәрҙәрендә сәғәт ярым-ике сәғәт эсенә тотош донъя һыйырға тейеш.

Драматургтар әҙерләү өсөн быға тиклем дә, хәҙер ҙә саралар үткәрелә килә. Наил Ғәйетбаев етәкселегендә семинарҙар ойошторолдо, һәм уларҙың табыштары булды: Сәрүәр Сурина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Салауат Әбүзәр, Рәлиф Кинйәбаев кеүек бөтөнләй икенсе жанрҙа эшләгән кешеләр драматургия өлкәһендә тәүге әҫәрҙәрен яҙҙы. Бөгөнгө көндә театр режиссеры Зиннур Сөләймәновтың үҙ башланғысы менән ижадсы йәштәрҙе янында туплауы ҙур аҙым булып тора. Ул драматургия буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.

– Йәштәр әҙәбиәткә тулҡын-тулҡын булып килмәй, тигән фекер бар. Ә һеҙ нисек уйлай­һығыҙ?
– 90-сы йылдарҙан башлап бөгөнгә тиклем трибуналарҙан “Беҙгә гуманитар өлкә кәрәкмәй, беҙгә техниктар кәрәк” тигән фекер яңғырап килә. Туған телгә, туған мәҙәниәткә булған мөнәсәбәтте махсус кластарға, сәғәттәргә ҡыҫырыҡлап ҡалдыр­ҙылар. Ниндәйҙер министрҙың “Беҙгә инженерҙар етмәй, башҡа өлкәләге һөнәрҙәргә иғтибар итмәгеҙ” тигә­нерәк фекеренең һөҙөмтәһе булып, туған телдә һөйләшә, яҙыша, фекерләй алмаған тотош бер быуын үҫеп сыҡты. Уның хәле йырҙағы аҙаш­ҡан боландыҡы кеүек. Күңе­лендә ижад осҡондары бар, әммә әйтергә һүҙ таба алмай. Ижадҡа булған мөнәсәбәт һөнәр генә түгел, күңел талабы булырға тейеш. Юғиһә беҙ, ғәҙәттә, “Бына һин шунда-шунда уҡыйһың да шунан яҙыусы булып китәһең” тип фекерләргә күнеккәнбеҙ. Бында бөтә илгә билдәле хирург Мәжит Нартайлаковтың романдар яҙыуын миҫал итеп килтерергә була.

Йәш быуын араһында тулҡын-тулҡын булып әҙәбиәткә килеүселәр юҡ һымаҡ. Бында үҙебеҙгә булған мөнәсәбәтте үҙгәртергә кәрәк. Яҙыусы – рухиәт донъяһының илсеһе.


Вернуться назад