Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ05.03.2019
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫУчалы районы мәктәптәрендә Халыҡ-ара туған тел көнөн тантаналы билдәләү матур йолаға әүерелгән. Илсе мәктәбендә тел һағында торған матбуғат хеҙмәткәрҙәре – яҡташ журналистар, телевидение хеҙмәткәрҙәре, Ҡунаҡбай мәктәбендә туған телебеҙҙе фәнни нигеҙҙә өйрәнеүгә күп көс һалған телсе-ғалимдарыбыҙ, Мулдаҡай мәктәбендә сәнғәт әһелдәре, Наурыҙ мәктәбендә тел уҡытыусылары династиялары менән осрашыуҙар был сараларҙа ҡатнашҡан һәр кемдең күңелендә яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы.

Быйылғы уҡыу йылында Халыҡ-ара туған тел көнө күренекле яҡташыбыҙ, ғалим-фольклорсы Марат Минһажетдиновтың 85 йыл­лығына арналды. Хөрмәтле яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереп, Учалы районында Минһажетдинов исемендәге премия булдырылған, ҡаланың яңы урамдарының береһе лә уның исемен йөрөтә.

Байрамда уҡыусылар араһында “М. Минһажетдиновтың тормошон, хеҙмәт юлын иң яҡшы белгән уҡыусы” тип аталған викторина еңеүселәре асыҡланды. “М. Минһажетдинов уҡыуҙары” конкурсының еңеүселәре сығыш яһап, күренекле шәхесебеҙҙең хеҙмәт юлына байҡау яһаны. Туғандары ғалимдың шәжәрәһе менән таныштырҙы. Күренекле яҡташыбыҙҙың уҡыусыларының береһе – филология фәндәре кандидаты Рәүеф Шаһиев Марат Хәләф улының тормошона һәм хеҙмәттәренә арналған китаптар менән таныштырҙы.

Учалы ауылы башҡорт гимназияһының “Бөҙрәкәй” өлгөлө балалар театры “Мәүзиә инәй әкиәттәре” циклынан өҙөктәр сәхнәләштереп күрһәтте. Озерный урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы З. Ғи­баҙуллинаның ҡыҙы Руфина менән әйтеше туған телебеҙҙең быуындан быуынға күсә барған ҡиммәтле хазинабыҙ булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланы. “Йөрәк һүҙе” республика шиғри конкурсында еңеүселәр – йәш шағир Фәнил Бүләков менән уның ҡыҙы Иманғол урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Азалинаның сығышы тыңлаусыларҙың йөрәгенә үтеп инде.

Бөгөнгө ҡатмарлы заманда ошондай туған тел байрамдары, һәр баланың күңелендә туғанлыҡ хисен нығытып, тамырҙарын барлап үҫергә йүнәлеш бирә.


Вернуться назад