Ябайлыҡ, ихласлыҡ бөркөлә…26.02.2019

Баланы шәхес итеп үҫтереүҙә, оло донъяға ҡарашын формалаштырыуҙа, хәтерен нығытыуҙа, телмәрен яҡшыртыуҙа, уйлау, фекерләү һәләтен әүҙемләштереүҙә әкиәттәрҙең, шиғри әҫәрҙәрҙең, дүрт юллыҡтарҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Кескәйҙәр өсөн яҙылған ниндәй генә әҫәрҙе алып ҡарама, һәр береһендә тиерлек тәрбиәүи мотивтарҙы, әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләрен яҡшы күрәбеҙ. Бер аҡыл эйәһе: “Балаларға шиғыр йә ниндәйҙер күләмле әҫәр, әкиәт яҙыр өсөн иң тәүҙә уның күңел күген байҡа, рухи донъяһын өйрән, уй-кисерештәрен яҡшы бел”, – тигән. Бала күңелен дәртләндереүгә, илһамландырыуға ҡоролған шиғырҙарында күренекле балалар яҙыусыһы Фәүзиә Рәхимғолованы оҫта психолог булараҡ таныйбыҙ.

Башҡорт балалар әҙәбиәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, балалар яҙыусыһы Фәүзиә Рәхимғолованың әҙәби мираҫы бай, яҡты һәм күп төрлө. Яҙыусының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең “эҫе мейесенән” төшкән “Вил менән ел” исемле өр-яңы китабына төрлө тема, жанр үҙенсәлектәре яғынан бай йөкмәткеле әҫәрҙәре тупланған. Китап кесе һәм урта мәктәп балалары өсөн тәғәйенләнгән.

Балаларҙың хис-тойғоһон яҡшы аңлаған яҙыусы булараҡ, Фәүзиә Рәхимғолованың яңы баҫмаһы бәләкәй күләмле шиғри әҫәрҙәрҙән алып, әкиәттәрҙе, йырҙарҙы, диалог-шиғырҙарҙы үҙ эсенә индергән. Бала йөрәгенә үтеп инер өсөн бала күңелле, эскерһеҙ, ябай булыу үтә мөһим әйберҙәрҙең береһелер, моғайын. Шағирә тап ошо сифаттары менән бала күңеленә юл ярып, ябайлығы менән уның рухи донъяһын арбаған.

Китапты асыу менән иң тәүҙә Зәйнәп, Юлай, Марат, Азамат, Гөлшат, Хәлил исемле шуҡ малай һәм ҡыҙҙарға юлығаһың, улар тураһында мауыҡтырғыс тел менән яҙылған шиғырҙарға тап булаһың.

Рифма, ритм ҡоролошо төҙөк, балаларға әйтер фекерҙәре аңлайышлы, шиғырҙары бер уҡыуҙа уҡ хәтерҙә ҡала.

Әҫәрҙәрендә әҙибә олатайға, өләсәйгә, атай менән әсәйгә, оло инәйгә, тыуған ергә, Тыуған илгә ҡарата һөйөү тәрбиәләй, дуҫлыҡ төшөнсәләрен аңларға ярҙам итә:
Иртүк тороп, еркәйемдән
“Һаумы?!” тиеп һораным.
Гүйә, “Һаубыҙ әле!” тиеп,
Күкрәк кирҙе Уралым.
(“Тыуған яҡ иртәһе”).

“Өләсәй менән ейәнсәр”, “Ҡайҙа һин, ҡояш?” исемле шиғырҙары диалог фор­маһына ҡоролған. Уларҙа автор тәбиғәт менән кешелектең бер бөтөн икәнлеген төшөндөрә, тәбиғәт күренештәрен маҡтай.

Балаларҙың хеҙмәткә тартылыуын, тырышып уҡыуын ыңғай баһалаған, уңышлы аҙымдарын хуплаған шиғырҙар (“Батыр һәм бөркөт”, “Ҡуҙғалаҡ”, “Егет”) менән бер рәттән, ялҡаулыҡты, төрлө тиҫкәре ҡылыҡтарҙы көлкөгә алған юмористик шиғырҙары ла байтаҡ. Уның “Беҙҙең янға сығығыҙ”, “Айсыуаҡ”, “Марат бара парадта”, “Кем булырға?”, “Мин – бер малай” кеүек шиғырҙары иһә баланың зирәклеген һынау, фекерләү һәләтен үҫтереүгә арналған.

Шиғри диалогтарҙан башҡа баҫмала “Иң тәмле аҙыҡ”, “Батша һәм көҙгө”, “Илаҡ ҡуян”, “Ниңә өрҙөң?” исемле әкиәттәр ҙә урын алған.
Ғөмүмән, әҙибәнең балалар өсөн яҙылған бөтә әҫәрҙәренән дә ябайлыҡ, йылылыҡ, ихласлыҡ эркелә, тиҙ отоп алырҙай шиғырҙарынан ҡайнар мөхәббәт бөркөлә.

Ҡалын тышлы, ҙур форматлы, сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән яңы баҫманы Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең фирма магазинынан йәки сайтынан һатып алырға була.


Вернуться назад