“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”19.02.2019
Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ күнегеп бөткән. Ярославль өлкәһенең балалар китапханаһы билдәле мәҫәлдәр оҫтаһының 250 йыллығына “Крыловҡа ғашиҡтар көнө” тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһы иғлан итеүен илештәр ҙә дәррәү күтәреп алды.

“Крылов мәҫәлдәре донъяһында” тигән әҙәбиәт байрамында Рахманов исемендәге мәктәптең VI-VII класс уҡыусылары әүҙем ҡатнашып, яҙыусының биографияһы, әҫәрҙәре менән таныштырҙы. Ысынлап та, әҙиптең ижади мираҫы ҡолас еткеһеҙ – 200-ҙән ашыу мәҫәл ҡалдырған. Видеофильм ҡарау, викторинала ҡатнашыу, белемеңде раҫлау өсөн әҙәби уйында ал бирмәү, конкурстар ойоштороу – барыһы ла балаларҙың күңеленә хуш килде. Бөйөк әҙип һаман да беҙҙе аҡылға күндерә, һабаҡ бирә, аҡты ҡаранан айырырға, етешһеҙлектәребеҙҙе күрергә өйрәтә. Аҡһаҡал Крылов ғәжәп, үҙенсәлекле мәҫәлдәр донъяһын беҙҙең быуынға ҡалдыра алған.




Вернуться назад