Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына13.02.2019
Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Тәүге шиғырҙары урындағы урта мәктәптең VII класында уҡығанда “Башҡортостан пионеры” гәзитендә донъя күрә, радионан яңғырай. Мәктәпте тамамлау менән, ул Баймырҙа һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡыта, өлкән пионервожатый, комсомол райкомы тәҡдиме менән Бәләбәй эске эштәр бүлегендә милиционер була, Совет Армияһында хәрби бурысын үтәй.

1975 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, тыуған ауылына ҡайтып, ғүмере буйы йәш быуынға белем бирә, 11 йыл мәктәп директоры була. Урыҫ, немец, татар, башҡорт телдәренән уҡыта. Башҡорт теле уҡытыусыларының йыл бәйгеләрендә ҡатнашып, ҡала һәм районда еңеүҙәр яуланы, республика бәйгеһендә “Сәсән телле мөғәллим” номинацияһына лайыҡ булды. Ул – Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары” конкурсы еңеүсеһе, Бәләбәй районының почетлы гражданы.

Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә бер нисә шиғри йыйынтығы донъя күрҙе. Камил Фазлый — Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы, Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты.

Ғүмер тауы

Етмеш йәшкә бөгөн аяҡ баҫтым
Һәм ҡараным өҫтән түбәнгә.
Етмеш баҫмаң баҫып күтәрелдем,
Әй, ғүмерем, һине һөйгәнгә.

Сабый саҡтың сәскә яланынан —
Шул баҫҡыстан үрләп менгәнмен.
Кесе йәштән әжәл аяҡ салған,
Көрәшкәнмен, уны еңгәнмен.

Етмешемдең офоғо киңерәк,
Алыҫыраҡ бынан асыла.
Үткәндәрем томан эстәрендә,
Тарих булып ташҡа баҫыла.

Күптәр аҫта минән, өҫтә – аҙҙар,
Ҡул болғайҙар: “Әйҙә, юғары!
Һикһәнгә — ун, йөҙ йәшеңә тиклем
Утыҙ баҫма ҡалған ни бары!”

Әй, баҫмалар! Баҫып менгән һайын
Иҫә елдәр өҫтә көслөрәк.
Бына-бына йолҡоп осорорҙай,
Тотонорға һис бер юҡ терәк.

Күпме дуҫтар, ана, төштө осоп,
Күпмеһенең хәле самалы.
Бик борондан тауға үрләгәндәр,
Ғүмер-тауҙан торған заманы.

Йәбешәбеҙ, ғүмер тауы, һиңә,
Йәшәү көсө ҡалғас таяҡҡа.
Теш-тырнаҡлап йәбешәбеҙ, бел һин,
Өҙөлһә ҡул, хатта аяҡ та!

Әсир итә беҙҙе гүзәллегең,
Һәр инсаның һиңә табынған.
Йә, кемебеҙ осһон үҙе теләп
Упҡындарға ғүмер тауынан?!

Ҡыр ҡаҙҙары кеүек теҙелешеп
Йәшәлгән йыл йылға үрелә.
Маҡсат ҡуйып, альпинист шикелле,
Күтәреләм ғүмер үренә.

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп,
Ҡунһа осоп ҡая башына.
Кешеләрҙең тормош офоҡтары
Ғүмер тауын яулап асыла.

Ғүмер тауын яулау — спорт майҙаны,
Ныҡлығыңдан тора, үҙеңдән.
Менгән һайын ҡөҙрәт-ҡеүәт кәмей,
Баҫҡыс буйлап... финиш теҙелгән...

Йәйғор балҡышы

1937 йылғы репрессия ҡорбаны,
Башҡортостандың халыҡ комиссары Ғ.Й. Йәһүҙиндең ҡыҙы Эра апайға

Күңелегеҙ нурлы ҡояш
Икәнен яҡшы беләм.
Ә тәрәндә — рәнйеш, әрнеү
Ете йоҙаҡҡа элгән...

Ул рәнйештәр ҡанлы йылда
Киҫелгән йәндәр өсөн.
Палач вәхшилеген ҡылған
Үлемес мәлдәр өсөн.

Тамуҡлы яуыз заманды
Күрмәһен ҡабат халыҡ.
Күҙгә ҡарап аңлашайыҡ,
Кеше бит түгел балыҡ!

Комиссар йәнле ҡыҙ бала!
Ҡайғыны эскә йыйып,
Фиҙакәрлек күрһәттегеҙ,
Яҡты маҡсаттар ҡуйып.

Атайығыҙҙай тырышып
Матурлар өсөн илде.
Аң-ҡөҙрәтте ҡушып бергә
Һәм биштән быуып билде.

Улдарығыҙ һәм ейәндәр
Атлайҙар Һеҙҙең юлдан.
Ошо юлда Йәһүҙиндәр
Күпме изгелек ҡылған!

Төҫтәр балҡышы шикелле,
Быуындар, һеҙҙең хеҙмәт.
Һеҙгә яуған рәхмәт һүҙҙәр —
Ғимад ағайға хөрмәт!

Йәйғор балҡышы шикелле,
Юлығыҙ балҡып яна.
Аҡ бәхеттәр бирһен Хоҙай,
Уңыш яңынан-яңа!

Ҡышҡы алмалар

Ҡыш уртаһы. Ынйы күлдәк
Кейгән саҡта һәр ағас,
Ҡыҙыл алмаға төрөнөп,
Ултыра бер алмағас.

Ҡурҡмайынса һалҡындарҙан,
Бирешмәйсә елдәргә.
Кем ышаныр, ошо хаҡта
Теләһәм дә һөйләргә?!

Шаҡ ҡатырып яҙайымсы,
Тиһәм быны йыр итеп,
Осто-китте “алмалар”ым-
Ҡыҙылтүштәр пыр итеп...

Күңелдәрҙе арбай ижады

Мостай Кәрим! Был тылсымлы һүҙҙән
Күҙ алдыма баҫа илкәйем —
Тал туғайлы гүзәл Башҡортостан,
Ағиҙелем менән Димкәйем.

Мостай Кәрим! Күпме уҡыусыға
Әҫәрҙәре фәһем өләшкән!
Ер шарына нурлы илһам сәскән
Алтын йондоҙ ҡалҡып Келәштән.

Мостай Кәрим! Камиллыҡтың йөҙө,
Талант менән аҡыл табышҡан.
Мөхәббәте — ҡабатланмаҫ бер йыр —
Йөрәк менән йөрәк ҡауышҡан.

Донъя әҙәбиәтенең майҙанында
Һоҡландырғыс ғәжәп таланттыр.
Илһам ҡанаттары ҡолас етмәҫ,
Фәрештәләр ҡуйған ҡанаттыр.

Ваҡсылдарға ғүмер ваҡланманы,
Танау сөйөп эре булманы.
Ялағайлы ҡуштандарҙы ситләп,
Ябай халыҡ һүҙен тыңланы.

Йырға һалды Башҡортостан данын,
Йүкә балын, ҡурай моңдарын.
Республикамдың уңған эшсәндәрен,
Гәрәбәләй иген ҡырҙарын.

Быуат үтер быуат арттарынан,
Яңы быуын уҡып таң ҡалыр.
Инеп уның ижад баҡсаһына
Күп быуындар рухи ял алыр.

Алтын йондоҙолай алтын шағир,
Үлемһеҙ йыр сәскән эш аты.
Кешеләрҙе һанлар, яҙмыштарҙы аңлар,
Тырыштарҙы данлар ижады.


Вернуться назад