"Атылған йондоҙ"ға – музей08.02.2019
2019 йыл Ауырғазыла "Рәшит Назаров йылы" тип иғлан ителде. Быйыл бөйөк шағирға 75 йәш тулыр ине. Уның ҡабатланмаҫ ижадын башҡорт поэзияһының өлгөһөнә, ә үҙен "атылған йондоҙ"ға тиңләйҙәр.

Гәзитебеҙҙең әүҙем хәбәрсеһе Минира Бикәнәсова был хаҡта: "Төрлө саралар уҙғарыу ҡаралған, Талбазы башҡорт гимназияһы коллективы интерактив музей булдырыу хыялы менән яна. Талантлы шағирыбыҙҙың ижадын онотмайыҡ, уны уҡыусыларға, йәштәргә еткерәйек! Матурлыҡ һәм изгелек, илһөйәрлек тойғолары менән һуғарылған шиғырҙарын быуындарға тапшырайыҡ", – тип яҙа үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.




Вернуться назад