Нәсих ағайҙы ҡотлайбыҙ!01.02.2019
“Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары” проекты һынлы сәнғәт өлкәһендә күптән үҙ һүҙен әйткән. Кисә Өфөләге“Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙған бүләкләү тантанаһында алма төшөргә лә урын булмауы быға дәлил. Бер йыл дауамында халыҡ һәм махсус белгестәр проект сайтында рәссамдарҙың, ҡул эше оҫталарының, скульпторҙарҙың, фотографтарҙың эштәрен күҙәтеп барып, үҙ баһаһын бирҙе. Иң күп тауыш йыйған һәм белгестәр тарафынан лайыҡлы тип билдәләнгән ҡатнашыусылар “Оҫталар”, “Аҫылташтар”, “Легендалар”, “Һәүәҫкәрҙәр” кеүек номинацияларҙа еңеүсе итеп билдәләнеп, лауреат исеменә, йондоҙло статуэткаға һәм ҡиммәтле бүләктәргә эйә булды.

Әйткәндәй, гәзитебеҙҙең биҙәлеш мөхәррире Нәсих Хәлисов та ошо абруйлы исемлектә бар.

– Был минең өсөн көтөлмәгән бүләк булды. Сара юғары кимәлдә үтте. Проектты ойоштороусыларға, айырыуса республикабыҙҙың аҫыл улы Наил Мәхмүтовҡа оло рәхмәтемде еткерәм, – ти ул.


Бүләкләү тантанаһы билдәле сәнғәт әһелдәренең сағыу сығыштары менән үрелеп барҙы, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, Заһир Зәйнетдинов етәкләгән “Зәйнетдин” этно-шоу проекты, автор-башҡарыусы Рәмил Баҙамшин, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артистары Нәзифә Ҡадирова, Геннадий Родионов, “Old school”, “Виа Чаппа” төркөмдәре тамашасыларға ихлас йыр-моңдарын бүләк итте.

Һынлы сәнғәт оҫталарын ҙурлаған “Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары” проектының киләсәктә осоштары тағы ла бейегерәк, киңерәк булһын, бөгөнгөләй халыҡ йөрәгендә айырым урын тапһын.




Вернуться назад