Һәр кемдең – үҙ мөхәббәте01.02.2019

Башҡорт сәхнәһендә 3D-спектакль ҡуялар

Театрҙа тормош гөрләй. Бәхеткә, башҡорт сәхнәһендә ҡапма-ҡаршылыҡлы, бәхәсле фекерҙәр тыуҙырған, иң мөһиме, уйланырға мәжбүр иткән спектаклдәр күбәйҙе. Шуларҙың береһе, “Мин – Марат” премьераһы ла (режиссеры – Айрат Абушахманов), ҡалыпҡа һыймаған, ғәҙәти булмаған алымдары менән иғтибарҙы йәлеп итә.

Бәләкәй сәхнәлә уйналған тамаша тулыһынса уҙған быуаттың 80-се йылдар мөхите менән һуғарылған: шул замандағы аҡлы-ҡаралы күрһәткән телевизор, кер йыуыу машиналары, йорт йыһаздары, уйынсыҡтар... “Мин – Марат”ты 3D-спектакль тип атауым юҡҡа түгел: тамашасы өсөн ҡайһы бер урындар сәхнәнең ике яҡ сите буйлап теҙелеп китә, был ошо урында ултырыусыларҙы үҙҙәрен хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында тойорға мәжбүр итә.

Бәләкәй сәхнәгә барыһы ла һыйған: төп герой Марат (Илсур Байымов) эшләгән дауахана ла, ике-өс фатир ҙа, хатта уның ҡатыны Эльвира (Гөлназ Хайсарова) тир түккән мәктәптең завуч кабинеты ла күренә. Был уңышлы алым ярҙамында спектакль түгел, кино ҡарап ултырғандай булаһың.

Шуныһы ҡыуандыра: сәхнәләге актерҙарҙың барыһы ла артыҡ күпертмәй, ҡыланмай, ихлас, бирелеп китеп уйнай. Улар менән бергә янырға, көйөргә, хаталанырға, яратырға, тағы яңылышырға тура килә, йыйып әйткәндә, улар был сәхнә әҫәрендәге тормош менән бергә йәшәргә мәжбүр итә. Мараттың етәксеһе, баш табип Виктор Андреевичтың (Артур Ҡунаҡбаев) кешелеклелеге, шәхси трагедияһы ышандыра. Уның ҡатыны Маргарита Эрнест ҡыҙы тәрән аҡылы, түҙемлелеге менән хайран итһә, был ролдәге Римма Ҡаһарманованың уйнау оҫталығы айырым иғтибарға лайыҡ. Әллә ни күп һөйләмәгән һүҙҙәрендә, бер атлап үтеүендә күпме мәғәнә ята уның!

Альберт ролендәге Азат Вәлитовты “Мин – Марат”тың айырым биҙәге тип атарға мөмкин. Уның сәхнә буйлап саңғыла елеп үткәнен күрһәгеҙ икән!.. Азаттың уйнауын ҡарап, быға тиклем яңғыратҡан фекеремде тағы ҡабатлағым килә: уға мотлаҡ кинофильмдарҙа төшөргә кәрәк.

Спектаклдәге төп өс яҙмыш, өс һағыш – Марат, Эльвира, Әлиә... Ир ике ҡатын араһында өҙгөләнә: Эльвира менән оҙаҡ йылдар тыныс тормошта йәшәп ятҡан саҡта көтмәгәндә Әлиәгә (Лилиә Ғәлина) ғашиҡ була, алыҫтағы йондоҙҙо, тыйылған емеште өҙөп алғас, йәғни күп һыҙланыуҙар, икеләнеүҙәр, юл фажиғәһе, дауахана койкаһы, КПСС-тың өлкә комитеты тикшереүе аша үтеп, Әлиә менән ғаилә ҡороп, ул үҫтереп йәшәй башлағас, был уйынының да ҡыҙығы бөтә. Уның ҡарауы, йәнә элекке ҡатыны Эльвира яғына ҡайырыла уның юлы.

Дөрөҫөн әйткәндә, “Мин – Марат”тың афишаһын күргәс, был сәхнә әҫәренән тетрәндергес мөхәббәт тарихы, оло һағыш көткәйнем.
Спектаклде ҡарағас, әҙерәк өмөттәрем аҡланманы, барыһы ла үтә... тормошсан килеп сыҡты, шикелле. Был, әлбиттә, минең шәхси фекер, шәхси ҡараш, әҫәр ҡайһы берәүҙәргә тап шул тормошсан булыуы менән оҡшағандыр ҙа, бәлки.

Алыҫтағы йондоҙ, тыйылған емеш, тип әйтеп китеүем юҡҡа түгел. Кеше ҡайһы ваҡыт үҙенә нимә кәрәк икәнен үҙе лә аңлап етмәй. Алыҫтағы йондоҙ нығыраҡ яҡтырта, тыйылған емеш тә үтә тәмле, әммә, ғәҙәттә, йондоҙҙо йыһандан һурып алып, өй һандығына һалып ҡуйыу менән, ул ябай ташҡа әйләнә, емеште бер туҡтауһыҙ тәмләй торғас, ул да ялҡыта. Бөтә донъяны тиерлек үҙенә ҡаршы ҡуйып, ул замандағы үтә ҡатҡыл йәмғиәт ҡанундарына төкөрөп, Әлиә менән бергә тыныс тормошто яулап алғас, бәхетенән үрә һикермәй Марат. Бер йәше яңы тулып килгән малайы ла шатландырмай. Йүгереп килеп шул уҡ тырмаға кире баҫа: тәүге ҡатыны Эльвира янына ашыға, эшенә шылтыратырға ла өлгөрә: “Әлиә мине һораһа, төнгөлөккә дежурға ҡалдым”...

“Һәр кемдең – үҙ мөхәббәте”, – ти Әлиә, әсенеп. Мин был фекер менән килешәм – һәр кем үҙенсә ярата. Бер йылмы, әллә бар ғүмерме, һөйгәнен бәхетле итергә ашҡыныпмы, әллә уны мәңгелек һағышҡа дусар итепме – барыбер ярата.


Вернуться назад