Балаларҙан балаларға бүләк01.02.2019
Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы йылында балалар өсөн “Балалар – балаларға: йөрәктәребеҙ моңо” тигән яңы хәйриә проекты башланды. Проект картаһындағы тәүге ҡала – Благовещен. Бында ҙур музыкаль десант килеп төштө: тәүге концерттар ҡаланың сәнғәт мәк­тәбендә һәм Үҙәк ра­йон дауаханаһында булды.

Сараны ойоштороусы – Владимир Спиваковтың Баш­ҡортостан­дағы йәштәрҙең һәлә­тен һәм һөнәри оҫта­лығын үҫтереүгә булышлыҡ итеү хәйриә фонды.

– Проекттың идеяһы шундай: йыл буйы йәш музыканттар республика балалар йорттарында һәм дауаханаларында, мәҙәниәт һарайҙарында һәм концерт залдарында сығыш яһаясаҡ, ә билдәле педагогтар оҫталыҡ дәрестәрен бирәсәк, – тине фонд директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин. – Ул ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға, инвалидтарға, етемдәргә, шулай уҡ музыка һәм һынлы сәнғәт менән шөғөлләнгән йәш быуынға ярҙам ҡулы һуҙыуға, республика ҡала-райондарында ижад өсөн уңайлы мөхит булдырыуға йүнәлтелгән.
Благовещендағы концерт­тарҙа туғыҙ һәләтле бала һәм дүрт уҡытыусы – республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара кон­курс­тар лауреаттары ҡатнаш­ты.

Балалар – Урта махсус музыка колледжы, Өфө балалар сәнғәт мәктәбе һәм Өфө сәнғәт училищеһы уҡыусы­лары. Виолончелдә уйнаусылар Нелли Петровская һәм Яна Штин, пианист Анна Вәлиева, скрипкасылар Карина Ғилманова һәм Валерия Самыкина, флейтасы Александр Зайцев, вокалсылар Лилиә Гәрәева менән Иштуған Сәйет­ҡолов, думбырасы Самира Заһиҙуллина. Уларҙың өсәүһе – Спиваков фонды стипендиаттары.

Балалар Й. Гайдн, Ф.Э. Бах, Н. Паганини, А. Гурилев, П.Чай­ковский, Э. Шнайдер, Д. Шостакович, А. Бабаджанян, Р. Хәсәнов әҫәрҙәрен уйнай.
Һөнәри оҫталыҡ дәрестә­рен­дә әллә нисә быуын йон­доҙҙар үҫтергән билдәле Өфө педагогтары балалар менән тәжрибә уртаҡла­шасаҡ. Улар – Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтынан Гөлнара Нәзиуллина (альт) менән Лидия Фоменко (флейта), М. Аҡмулла исе­мендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан һәм Урта махсус музыка колледжынан Валентина Старикова (фортепиано), Өфө сәнғәт училищеһынан Наилә Йосопова (вокал сәнғәте).

Февралдә концерттар һәм оҫта­лыҡ дәрестәре Бөрө, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Ишембай ҡалала­рында уҙа. Бер йылда проектта ҡат­на­шыусылар Башҡортостандың 20-нән ашыу ҡала һәм райо­нында, шулай уҡ Силәбе өл­кәһенең Магнитогорск, Татарс­тандың Әлмәт ҡалаларында сығыш яһарға йыйына. Проект Өфөлә сағыу гала-концерт менән тамамлана.

Барлыҡ сараларҙа ҡатна­шыу ҙа, уларҙы ҡарау ҙа бушлай. “Балалар – балаларға: йөрәктәребеҙ моңо” проекты Рәсәй Президенты Грантына тормошҡа ашырыла.


Вернуться назад