Йөрәктән урғылған ижад01.02.2019
Инженерҙан әҙиплеккә илткән юл.

Күптән түгел “Ағиҙел” журналының бер нисә һанында “Бабич” романы баҫылып сыҡты. Авторы – Наил Ғәйетбаев – иң әүҙем эшләгән башҡорт әҙиптәренең береһе. Драматург, прозаик һәм шағир булараҡ, беҙҙең республиканан ситтә лә киң билдәле. Ошо әҫәрен ул ижадындағы төп ҡаҙанышы тип иҫәпләй.

– Наил Әсҡәт улы, ә ни өсөн Бабич тураһында?
– 2009 йылда Сибай филармонияһының тәҡдиме менән Шәйехзада Бабич хаҡында музыкаль пьеса яҙғайным, ләкин йыйылған мәғлүмәт шул тиклем күп булып сыҡты, уны тулыһынса файҙаланып та булманы, шуға күрә тағы бер пьеса әҙерләнем, шунан романға тотондом.

– Әгәр ҙә тарихи шәхестең образы авторҙы ылыҡтырмаһа, уға ҡәләмгә тотоноу еңелдән түгелдер, моғайын. Һеҙҙе Шәйехзада Бабич ни яғы менән үҙенә йәлеп итте?
– Уның образы күп әҫәрҙәрҙә кәүҙәлән­дерелгән, пьесалар ижад ителгән, фильм төшөрөлгән. Йыш ҡына үҙен бер ҡатлы шағир итеп күрһәтәләр, ул кәрәк булғанда ла, бул­мағанда ла шиғыр уҡырға тотона, ләкин Шәйехзада – төрлө яҡлап үҫешкән ҡыйыу һәм ҡаһарман кеше, Башҡорт­остандың авто­номияһы өсөн көрәшкән, Башҡортостандың Үҙәк шураһы ағзаһы итеп һайланған. Батыр яугир, үҙ иленең ысын патриоты сифатында һәләк булған. Уның биографияһын, эшмә­кәрлеген өйрәнгәндә вайымһыҙ ҡалып булмай. Мин уҡыусылар уны яратһын һәм ошондай шәхес менән ғорурланһын тип тырыштым. Был роман “Ағиҙел” журналының былтырғы 7 – 11-се һандарында донъя күрҙе.

– Һеҙ – тау инженеры, белемегеҙ буйынса механик, 40 йәшкә саҡлы ошо һөнәрегеҙ буйынса хеҙмәт иткәнһегеҙ, ләкин бер үк ваҡытта ижад менән дә шөғөлләнәһегеҙ: пьесалар, романдар, тәнҡит мәҡәләләре, иҫтәлектәр яҙаһығыҙ. Тығыҙ эш шарттарында әҙәбиәт өсөн нисек ваҡыт табаһығыҙ?
– Күптән түгел ижадын яңы башлаған яҙыусы менән ҡоролған бер әңгәмәгә юлыҡтым, бында ул гонорарҙың үтә аҙ булыуына һәм лайыҡлы йәшәү өсөн етмәүенә зарлана. Осрашҡанда әйттем: яҙыусы оло финанс ағымына эйә булыу өсөн түгел, ә йөрәге ҡушҡанға ижад итә. Эш хаҡы өсөн аҡса даими килеп торған урынға барырға кәрәк. Был – аяуһыҙ ысынбарлыҡ. Бөтәһенә лә ҡул һелтәп, ижад итеп ултырырға ярамай. Ғаиләне кем аҫрар ул саҡта?
Башлыса кистәрен, ял көндәрендә, отпуск мәлендә яҙа инем. Илһам килгән саҡтарҙа төндәрен дә күп ултырҙым. Беҙ ғаилә менән 30 йыл рәттән “Талҡаҫ” шифаханаһында ял иттек. Шунда мотлаҡ кәмендә бер драма әҫәре булһа ла ижад итә инем. Ошо ғәжәйеп гүзәл урында бөтәһе утыҙҙан ашыу пьеса яҙҙым.

– Күптән түгел генә бит әле 70 йә­шегеҙҙе тултырғайнығыҙ, бер үк ваҡытта икенсе юбилей ҙа иғтибарға лайыҡ: ижад итә башлауығыҙға – 40 йыл. Барлығы күпме әҫәр тыуған – иҫәпләп ҡарағанығыҙ булдымы?
– Был дәүерҙә минең муҡсала 80-гә яҡын хикәйә, 20 повесть, дүрт роман, 50-нән ашыу пьеса, бик күп тәнҡит мәҡәләләре, очерктар, спектаклдәргә рецензиялар барлыҡҡа килде. 24 китабым сыҡты. Уларҙы Өфөлә, Ҡазанда һәм Мәскәүҙә башҡорт, татар, урыҫ телдәрендә нәшер иттеләр.

– Ә шулай ҙа ҡасан һәм ни өсөн яҙыусылыҡ менән шөғөлләнергә ҡарар иттегеҙ?
– 1972 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтын тамамлағас, мине Кемерово өлкәһенә эшкә ебәрҙеләр. Бер йыл үтеү­гә тыуған яҡ ныҡ һағындырҙы, эс бошоуын баҫыр өсөн Өфөлә башҡорт телендә нә­шер ителгән бөтә гәзит һәм журналдарҙы алдыра башланым. Башҡорт яҙыусыла­рының ҡайһы бер хикәйәләре һәм повестары миңә оҡшаманы. Уларҙа тормош менән бәйле бул­маған уйҙырмалар күп һымаҡ ине. Үҙем тормошто ысынбар­лығында яҡтырта алам, тип ҡарар иттем. Йәш саҡта үҙ-үҙеңә ышаныс көс­лө була бит ул. Мөхәббәт тураһында повесть яҙып, Өфөгә “Ағиҙел” журналына ебәр­ҙем. Ғәжәп – ул журнал хеҙмәткәрҙәренә оҡ­ша­ған, маҡтанылар һәм ижад менән етдие­рәк шөғөлләнергә кәңәш иттеләр. Был 1976 йылда булды. Дәртләнеп китеп, тәүҙә хи­кә­йәләр, артабан повестар ҙа яҙа башланым. Өс йылдан беренсе китабым сыҡты, ә 1980 йылда СССР Яҙыусылар союзына ҡабул иттеләр.

– Һеҙ ҡәләмгә күптән бәлиғ булған, үҙаллы тормош көткән кеше булараҡ тотонғанһығыҙ. Ә шундай шәхес булып өлгөрөүегеҙгә нимә сәбәпсе, бының сығанаҡтары ҡайҙа?
– Баймаҡта тыуғанмын, Сибайҙа үҫтем. Атайым Әсҡәт Шакир улы Сибай карьерында быраулау станогы машинисы ине. Әҙәбиәтте бик яратты һәм мин дә, унан күреп, китапҡа ылыҡтым. Әсәйем Бибикамал Шөғәйеп ҡыҙы, хужалыҡ эше менән булышҡан арала, йыш ҡына китап уҡыуымды һорай ине. Әле уға 91 йәш. Мин ғаиләлә иң өлкән бала булдым, дүрт һеңлекәшем бар, бөтәһе лә ғаиләләре менән Сибайҙа йәшәй.

– Тимәк, һеҙ әҙәбиәткә прозаик булараҡ килгәнһегеҙ. Ә ни өсөн драма­тургияға күстегеҙ?
– 80-се йылдарҙа Сибайҙа йәшәнем. Беҙҙең ҡала театрының актерҙары һәм режиссерҙары пьесалар яҙа башлауымды һораны. Ләкин, баҡһаң, драматургия бик ауыр жанр икән. Тәүге өс пьесам шәптән булып сыҡманы, ә бына дүртенсеһе театр труппаһына оҡшаны һәм уны 1984 йылда сәхнәгә ҡуйҙылар. Шул замандан алып ошо жанрҙа илленән ашыу әҫәр ижад иттем. Улар Башҡортостан, Татарстан, Урта Азия, төрлө сит ил театрҙарында күрһәтелә. Һуңғы 30 йылда, нигеҙҙә, пьесалар яҙҙым, проза менән шөғөлләнмәнем, тип әйтерлек.

– Һеҙ беҙҙе ижади кухняғыҙға саҡыра алаһығыҙмы? Әҫәрҙең уй-ниәте нисек тыуа, әҙәби “ризыҡ” тиҙ эшләнәме?
– Миндә идеялар һәр саҡ күп. Хатта дөйөм дәфтәр ҙә булдырҙым, башта тыуған төрлө сюжеттарҙы шунда яҙа барам.
Яңы әҫәр өҫтөндә эшләй башларға осраҡ­лы хәбәр йәки яҙыусы, эшсе, актер, һатыусы менән әңгәмә лә ҡуҙғатҡыс булырға мөмкин. Йә булмаһа, театр заказ бирә. Замандың көнүҙәк проблемалары ла ҡайһы саҡ ҡәләмгә тотонорға мәжбүр итә.
Әҫәрҙе мин оҙаҡ ваҡыт башта йөрөтәм, уны башынан аҙағынаса уйлап сығам. План төҙөйөм, характерҙарҙы билдәләйем. Барыһы ла үҙ урынына ултырғас, әҫәр тиҙ яҙыла.

– Ниндәй әҫәрҙәрегеҙ йөрәгегеҙгә нығыраҡ яҡын? Этаплы повестар, пьесалар тип ҡайһыларын күрһәтер инегеҙ?
– Миңә мөхәббәт тураһында, рухыма яҡын күренештәр хаҡында яҙыу оҡшай. Улар – “Әлфиә”, “Буран”, күп кенә хикәйәләр. Этаплы әҫәрҙәр тураһында һөйләһәк, беренсе повесть төп ролде уйнаны. Балалар һәм үҫмерҙәргә “Ҡара ҡумта “(“Сит планета ҡыҙы”) фантастик-мажаралы повестар серияһы оҡшағанын беләм.
Тарихи шәхестәр тураһындағы пьесаларым да байтаҡ, улар Салауат Юлаев, Аҡмул­ла, Һәҙиә Дәүләтшина һәм Рәми Ғарипов, 1812 йылғы Ватан һәм 1941 – 1945 йыл­дарҙағы Бөйөк Ватан һуғыштары тураһында. Тиҫтәләрсә йыл сәхнәнән төшмәгән комедияларымды ла телгә алырға була: “Ауылға ҡыҙҙар килде”, “Әстәғәфи­рулла!”, “Нисек кейәүгә сығырға?” һәм башҡалар. Шулай ҙа төп әҫәрем тип “Бабич” романын иҫәпләйем. Уҡыусылар ҙа уны йылы ҡабул иткәндер, тип уйлайым.

– Хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһында ентекләберәк һөйләгеҙ әле – ҡайҙарҙа ниндәй вазифаларҙа эшләнегеҙ?
– Хеҙмәт юлымды машиналар эшләү заводында мастер булып башланым. Көс-ҡеүәтем ташып тора ине, шуға күрә бөтә таһылымды эшкә бирҙем һәм хеҙмәт баҫҡысынан тиҙ үрләнем. Өс йыл эсендә участок, цех етәксеһе, заводтың баш механигы вазифаларын биләп өлгөрҙөм. Сибайға ҡайтҡас, слесарь булып эшләнем, сөнки буш инженер вазифаһы юҡ ине. Һуңыраҡ байыҡтырыу фабрикаһының өлкән механигы итеп тәғәйенләнеләр. Етди урын, эш хаҡы һәйбәт, ләкин был хеҙмәт күп көс һәм ваҡытты ала ине. Шуға күрә, аҡсаһы аҙыраҡ булһа ла, проект бюроһына өлкән инженер булып күстем, ошонда ун йыл эшләнем. Бер үк ваҡытта ижад менән дә әүҙем шөғөлләндем. 1988 йылда Өфөгә күсеп килдек, ул осорҙа әҙәбиәт менән генә булыштым. 1992 йылда мине, етәксе булыу тәжрибәмде иҫәпкә алып, мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары итеп ҡуйҙылар. Ошо ваҡытта “Тамаша” журналын асыуҙа ҡатнаштым – уның баш мөхәррире булдым. Артабан Әҙәбиәт музейы ойоштороу йөкмәтелде, 2006 йылға тиклем унда директор вазифаһын башҡарҙым. “Тамаша”нан киткәс, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе итеп һайланылар, унда өс йыл эшләнем.

– Һеҙҙең әҙәби белемегеҙ бармы?
– Бар. 80-се йылдар башында Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзының Юғары әҙәби курстарында уҡыным, ә һуңыраҡ Рәсәй театр сәнғәте институтының Юғары театр курстарында шөғөлләнергә лә насип булды.

– Мин һеҙҙе көслө шахматсы булараҡ та беләм. Ошо уйын беҙҙе дуҫлаштырҙы ла инде. Шахмат менән мауығыу ҡасан башланды?
– Мәктәп йылдарында. Унынсы класта ололар араһында Сибай чемпионы инем инде. Ләкин шулай ҙа был уйын менән етди мауығыу Кемерово өлкәһендә йәшәгән осорға тура килде. Унда Киселевск ҡалаһы чемпионы, спорт мастерлығына кандидат булдым. Сибайға ҡайтҡас, тағы бер нисә тапҡыр ҡала чемпионатында еңергә яҙҙы. Әммә, әҙәбиәткә ныҡлап тотоноп китеү сәбәпле, шахматты ҡалдырырға тура килде.
Һәм бына, ҡырҡ йыл үткәс, Өфөлә шахматта көслө уйнаған бер төркөм ветерандың шәмбе һайын турнир үткәреүен белеп ҡалдым. Шунда йөрөй башланым, был уйындарҙан ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо алам.

– Ғаиләгеҙ менән таныштырығыҙ әле. Һеҙ – алты бала атаһы. Етмәһә, бәләкәс­тәрегеҙ ҡатмарлы 90-сы йылдарҙа донъяға килгән. Нисек ҡыйыулыҡ иттегеҙ?
– Эйе, замандар еңелдән түгел ине, әммә шундай хәҡиҡәт бар: һәр бала донъяға үҙ ризығы менән тыуа. Ысынлап та, аҡса ҡайһы саҡ һис көтмәгән сығанаҡтарҙан да килә ине, шуға күрә ҡыйынлыҡ кисермәнек. Уның ҡарауы, хәҙер бала-сағабыҙ күп булыуҙан һөйөнөс кенә кисерәбеҙ.

– Ижади пландарығыҙ менән дә таныштырығыҙ әле.
– Быйыл Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тула. Шул замандағы ваҡиғалар тураһында пьеса яҙҙым. Былтыр октябрҙә Сибай дәүләт театрында “Хазина” тигән пьесамдың премьераһы булды.

– Һеҙгә һәм ғаиләгеҙгә һаулыҡ, яңы ижади уңыштар юлдаш булһын, Наил Әсҡәт улы!


Вернуться назад