Аҫыл Мостай аҡылы31.01.2019
Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында "Мостай аҡылы" фестивален асыу тантанаһы бара.

Фестиваль бөйөк яҙыусы Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға һәм уның ижады менән тормош юлына арналған.

Сарала әҙиптең ҡыҙы Әлфиә Кәримова, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Галина Ишмөхәмәтова һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар, йыр һәм бейеү ансамблдәре, күренекле сәнғәт әһелдәре ҡатнаша. Шуныһы үҙенсәлекле — сәхнәләге тамаша Мостай Кәримдең әҫәре буйынса төшөрөлгән "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" фильмы (режиссеры - Булат Йосопов) менән үрелеп, йәнле композиция тәшкил итә.


Вернуться назад