Театр йылына рәхим ит!31.01.2019
Илештәр Рәсәйҙә быйыл иғлан ителгән Театр йылына арналған ҙур байрам кисәһе үткәрҙе.

Артистар сәхнә әҫәрҙәренән өҙөктәр, музыкаль номерҙар күрһәтеп, тамашасыларҙы ҡыуандырҙы. Сараға саҡырылған Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларының атҡаҙанған артисы Дамира Сәйетова, К. Тинчурин исемендәге татар драма театры артисы Айһылыу Мөсәлләмованың сығыштары кисәгә яңы йәм өҫтәне. Өҫтәүенә үҙешмәкәр театр коллективтарының район конкурсына йомғаҡ яһалды. Театр фестивале быйыл да дауам итәсәк, йыл күңелле ваҡиғаларға бай булмаҡсы.




Вернуться назад