Илдар Абдразаҡов премия алырмы?30.01.2019
Илдар Абдразаҡов “Opera Magazine” журналы уҡыусыларының 2019 йылғы International Opera Awards премияһына тәҡдим ителде. Был хаҡта йырсы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә белдерҙе.

Номинанттар араһында шулай уҡ өфөләргә яҡшы таныш дирижер Максим Емельянычев та бар. Тулы исемлек әлеге премияның сайтында бирелгән.

International Opera Awards 2012 йылда инглиз эшҡыуары, опера сәнғәтен яратыусы Гарри Хайман һәм “Opera Magazine” журналы мөхәррире, музыкаль критик Джон Эллисон тарафынан булдырылған.


Вернуться назад