"Ҡолонсаҡ" ҡайтырмы?28.01.2019

Алда хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа театрҙар эшмәкәрлегенә бәйле мәсьәләләр буйынса “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Унда “Ҡолонсаҡ” балалар фестивален тергеҙеү мөһимлеге хаҡында ла һүҙ булды.

Был тәҡдимде М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов еткерҙе.

“Балалар театр фестивале бик яҡшы сара ине, тик, ниңәлер, тарихта ҡалды”, – тине ул.

Олег Закир улы шулай уҡ моноспектаклдәр фестивале үткәреү кәрәклеге тураһында әйтте.


Вернуться назад