Театр сәнғәтен бар яҡлап яҡларға28.01.2019
Әлеге мәлдә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа "Башҡортостан Республикаһында театр эшмәкәрлеген закон яғынан көйләү проблемалары тураһында" тип аталған түңәрәк өҫтәл бара. Уны Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев асып, театр сәнғәтен закон яғынан яҡлау өсөн һөйләшеүгә саҡырҙы, бер нисә театр етәксеһенә Маҡтау грамотаһы, Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Республиканың театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Абушахманов: "Театрҙың эшмәкәрлеген көйләгән йәмәғәт ойошмаларына беҙҙә субсидиялар бик аҙ бирелә" — тине.

Сара хаҡындағы тулы репортажды гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ!





Вернуться назад