Бөйөк Мортазинаға дан йырлап26.01.2019
25 февралдә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында опера музыкаһы концерты була. Ул республикабыҙҙа вокал мәктәбенә нигеҙ һалған шәхес, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн”, Салауат Юлаев ордендары кавалеры Миләүшә Мортазинаның тормошо һәм ижадына бағышлана.

Кисәлә “Ижад – бәхеттең синонимы. Профессор М.Ғ. Мортазина менән диалогтар” тигән китаптың исем туйы ла уҙғарыласаҡ. Унда Миләүшә Ғәли ҡыҙының үҙ яҙмышы, ваҡыт, ижад, бөйөк замандаштары, йыр сәнғәте тураһында уй-фекерҙәре сағылыш таба.

Мәғлүм булыуынса, Миләүшә Мортазина – йырсыларҙың бер нисә быуынын тәрбиәләгән шәхес. Бөйөк педагогтың уҡыусылары тыуған республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең данын донъя кимәленә сығарҙы.

Әлеге концертта Мортазинаның тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаясаҡ: Асҡар Абдразаҡов, Салауат Асҡаров, Владимир Белов, Иҙрис Ғәзиев, Дилара Иҙрисова, Әлфиә Кәримова, Әлим Ҡәйүмов, Вахит Хызыров, Иҙел Аралбаев һ.б.


Вернуться назад