“Кос алҡа”ға көсө еткән25.01.2019
Республиканың Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллина күптәргә үҙенең Рио-де-Жанейро ҡалаһы урамында башҡарған башҡорт бейеүҙәре, ТНТ каналында барған “Бейеү” шоуы ҡатнашыусыһы булараҡ таныш. Ошо көндәрҙә ул Ҡаҙағстандың Атырау ҡалаһында уҙған халыҡ бейеүҙәре фестивалендә II урын яулап ҡыуандырҙы.

Өс турҙан торған бәйгенең тәүге этабында Миләүшә үҙебеҙҙең “Заһиҙә” бейеүе менән баһалама ағзаларын таң ҡалдырһа, икенсе этапта “Лязги” Хорезем бейеүе башҡара.

Өсөнсө этап шарттары бар ҡатнашыусылар өсөн бер булып сыға: һәр кем “Кос алка” ҡаҙаҡ бейеүен башҡарырға тейеш. Бының хаҡында Миләүшә үҙе бына нимә ти:
— Ваҡыт яғы тығыҙ ине, етмәһә, Өфөлә ҡаҙаҡ бейеүен ҡуйған хореографтар булмау сәбәпле, барыһын да үҙем әҙерләнем. Бының өсөн миңә ҡаҙаҡ бейеүҙәренең генә түгел, бар Ҡаҙағстан тарихын өйрәнергә тура килде. Үҙемде бейеүсе генә түгел, балетмейстер итеп тә һынап ҡараным, Атырауҙа II урын яулауым – минең өсөн ҙур еңеү. Ошондай бәйгеләрҙән һуң тормош тағы ла йәмләнә һәм яҡтыра!

Миләүшәне был уңышы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ.


Вернуться назад